Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Май 2024, 10:09

Күпте күргән, күпте кисергән

Мөҡсин ауылында йәшәү­се тыл уҙаманы Гөлниса Мөхә­мәтҡолова ла шул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының шаһиты. Улар ҙа бит утлы яу эсендә түгел, ә тыл михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән.

Күпте күргән, күпте кисергәнКүпте күргән, күпте кисергән
Күпте күргән, күпте кисергән

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайһа ла, ул килтергән яралар онотолмай. Һуғыш осоро шаһиттары йылдан-йыл кәмей, улар менән бергә ауылыбыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдыр­ған ваҡиғалар ҙа юғала.

Мөҡсин ауылында йәшәү­се тыл уҙаманы Гөлниса Мөхә­мәтҡолова ла шул йылдарҙың шаһиты. Һуғыштың бөтә ауыр­лыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәреп сыҡҡан уҙамандар һуғыш осорон тыныс ҡына хәтерләй алмай. Улар ҙа бит утлы яу эсендә түгел, ә тыл михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән. Быуыны ла нығынып өлгөрмәгән балалар оло быуын вәкилдәре менән еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн бер тиң хеҙмәт иткән.
Гөлниса инәй 1929 йылдың 10 октябрендә Мөҡсин ауылында күп балалы Сафиуллиндар ғаиләһендә тыу­ған. Уның бөтә ғүмере тыуған ауылы менән бәйле. Бала сағы һәм үҫмер йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә. Яҡты тормоштарын, ки­ләсәккә өмөттәрен, хыялдарын ҡәһәрле һуғыш ялмап ала. 1941 йылда илде ҡара һөрөм ҡаплай.
- Һуғыш башланғас ауылдың барлыҡ ир-егеттәре һу­ғышҡа юлланды. Ата­йым һу­­ғыш­тың тәүге көнөнән фронт­­ҡа алынды. Дошманға ҡаршы ҡот осҡос яуҙа ҡаты яраланып, бер аяғын өҙҙөрөп, 1943 йылда тыуған ауылына ҡайтты. 1924 йылда тыу­ған иң оло ағайым 18 йәшендә һуғышҡа китеп, ҡаты алыштарҙан һуң яу яланында ятып ҡалды. 1927 йылғы ағайым да һуғышта булды, һуңынан ул Япон һуғышында ла ҡатнашты. Бер ҡустым менән һеңлем йәшләй генә вафат булып ҡалдылар. Биш баланан бер үҙем тороп ҡалдым, - тине Гөлниса инәй күҙ йәштәрен һөртөп.
Атаһы менән ағалары фронтҡа алынғас, әсәһе өс бала менән тороп ҡала. Тормош бик ауырға төшә. Ирҙәр китеп бөткәс, бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр иңенә төшә. Улар колхоз баҫыуында, предприятиеларҙа көслө заттарҙы алмаштырып, тырышып эшләй. Бөтә ауыл халҡы кеүек ул да бик иртә колхоз эшенә егелә.
- Беҙҙең бала саҡ һуғыш башланған миҙгелдән өҙөлдө. Һуғыш башланғанда миңә 12 йәш кенә ине. Бала ғына булһаҡ та ас-яланғас килеш эшкә йөрөнөк. Ҡайҙа ҡушалар, шунда барып эшләнек. Ауыр булһа ла түҙҙек. Аяҡта сабата, өҫтә йоҡа кейем. Ҡара ергә аяҡ баҫыуҙы зарығып көтөп ала инек, ерҙе сиртеп сыҡҡан балтырған, кесерткән һәм башҡа үләндәр беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы. Урамда үҫкән бесәй тарыһын да бешереп ашаныҡ, сөсө генә була ине. Эшләгән ваҡытта норма менән генә ашарға бирҙеләр.
Әсәйем ураҡ өҫтөндә булды, сөгөлдөр утаны. Беҙ ҙә ҡатын-ҡыҙҙарға эйәреп көлтә бәйләргә йөрөнөк. Түңәрәк өҫтәл кеүек барабан, шунан, шул барабанға көлтәне тығаһың, береһе биреп тора, береһе киҫеп тора. Ул барабан аҫтына түтәл булып буйынан-буйына өйөлә, шуны көрәк менән әйләндереп, таҙартып, иген келәтенә оҙатабыҙ.
Ауырлыҡтарға түҙеп, көн тимәй, төн тимәй, ололар менән бер рәттән тороп эшләнек. 15 йәштән урман киҫергә йөрөнөм. Пятилетка тигән ауылға өс көн йәйәү барҙыҡ. Ун бер кеше бер фатирҙа торҙоҡ. Урман киҫеп ҡайтабыҙ, торған өйҙө һәр беребеҙ берәр ҡоро-һары ағас алып ҡайтып, төнө буйы мейескә яғып йылытабыҙ. Фатир хужабикәһе мәрйә әбейенең сепрәктән һуҡҡан балаҫы бар ине, шуны иҙәнгә йәйәбеҙ ҙә теҙелешеп ятабыҙ. Юрған кеүек әйбер юҡ. Фуфайкабыҙҙы өҫтөбөҙгә ябабыҙмы, баш осона һалабыҙмы, шулай таң аттырабыҙ. Таң менән урман киҫергә тағы биш саҡрым алыҫлыҡҡа йәйәүләп китәбеҙ, - тип хәтирәләргә бирелә инәй.
Артабан уға төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килә: һауынсы ла, сөгөлдөрсө лә, һарыҡ ҡараусы ла булып эшләй.
- Урман ҡырҡып ҡайтҡас фермала эшләнем. Шунда өшөп, хәҙер аяҡтарым һыҙлай. Фермала егерме баш тана ҡараным. Аҙбарын да таҙарта инем, бесәнен дә һалдым. Һыйырҙарым быҙаулап торҙо, уларҙы ҡул менән һауып алам. Элек беҙҙең колхоз “Ҡыҙыл туғай” колхозы ине. Шул осорҙа колхоздар бергә ҡушылғас, мине һыйырҙарың менән бергә бар, тип Бишауыл-Уңғар ауылына һауынсы итеп ебәрҙеләр. Кешелә фатирҙа тороп, һыйыр һауып йөрөнөм. Көҙгә тиклем эшләнем дә, кешелә тороп эшләүе ҡыйын, тип ауылыма ҡайтып киттем. Ауыл фермаһында ете йыл һарыҡ ҡараным. Февраль айҙарында һарыҡтар күпләп бәрәсләгәндә, төндәр буйына йоҡламай сығабыҙ. Тапалмаһындар тип инәләре менән айырым ябып ҡуябыҙ. Шулай итеп үрсемде арттырырға тырыштыҡ. Малға аҙыҡ етмәй, һуғыш ваҡытында фермала эшләргә кеше булмағас, яҙ етеп ҡар ирей башлау менән ҡырға алып сығып көтөү көтәбеҙ.
Һуңынан сөгөлдөрҙә лә эшләнем. Күргәҙмәләргә лә йөрөттөләр, хеҙмәт ветераны исемен дә, Маҡтау ҡағыҙҙарын да бирҙеләр. 1951 йылда ауыл Советына депутат итеп һайлап ҡуйҙылар, - ти Гөлниса Һәҙиәтулла ҡыҙы.
1953 йылда Гөлниса инәй ауылдашы Яхъя Мөхәмәтҡолов менән ғаилә ҡора. Ул ваҡытта Яхъя Йыһанша улы ла фермала эшләгән була. Мөхәмәтҡоловтар биш ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығаралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлниса инәйҙең тормош иптәше йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә. Артабан донъяның барлыҡ йөгөн яңғыҙына күтәрергә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға тура килә уға. Ҡыҙғанысҡа, бала ҡайғыһын да кисерә Гөлниса инәй. Ҡалған балалары һәр береһе үҙ тормоштары менән матур донъя көтәләр. Олпат йәштә оло иғтибар то­йоп, балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә Гөлниса Һәҙиәтулла ҡыҙы.
- Күпте күрҙек инде. 95-се йә­шем менән барам. 30-ҙан артыҡ ейәндәрем, бүлә-бүлә­сәрҙәрем бар. Килен булып төшкәндән бирле төп йортта йәшәйем. Бөгөнгө көндә бер үҙем донъя көтәм. Ҡыҙҙарым үҙҙәре янына ҡалаға йәшәргә саҡыралар, ләкин ҡаланы яратмайым, ауылымды һағынам. Ҡаршымда ғына Ағиҙел йылғаһы ағып ята. Яр буйына сығып түмәргә ултырып, яҙ көнө боҙ киткәнен, тәбиғәттең үҙгәрешен күҙәтәм, хәтирәләргә бирелеп алам. Һуғыш осоро булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы яҙ миҙгелендә Иҙелдә боҙ киткәндә йылға буйына сығып, уйын ойоштора торғайны. Гармунсыһы ла табыла, гармунға бе­йеп ҡайталар ине, - ти ул.
Тиҙҙән үҙенең 95 йәшен билдәләйәсәк тыл хеҙмәтсәне Гөлниса Мөхәмәтҡолова ауылдың хөрмәтле ағинәйе. Бала килеш бик күп тормош һынауҙарын үткән инәй тыныс тормош ҡәҙерен яҡшы белә. Бөгөнгө етеш тормошҡа шөкөр итеп йәшәй. Иң мөһиме, ил-көндәр тыныс булһын, барлыҡ кешеләр тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһендәр, тигән теләктә ул. Асыҡ зиһенле, мөләйем Гөлниса инәйгә артабан да ауылдың йәме булып йәшәргә яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас