Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Май 2024, 03:31

Ҡыҙ үлер алдынан хат ҡалдырған

Өфөнән 20 йәшлек Карина Кашапова сәйер рәүештә юғалып, Владивосток ҡалаһында үле килеш табылғайны...

Ҡыҙ үлер алдынан хат ҡалдырғанҠыҙ үлер алдынан хат ҡалдырған
Ҡыҙ үлер алдынан хат ҡалдырған

Май башында Өфөнән Карина Кашапова юғалғайны. Новосибирск ҡалаһы аша Владивостокка билет алған ҡыҙ бер нисә көндән шунда үле килеш табыла. 22 апрелдә үк билет ала, 2 майҙа уҡыған еренә ауырыйым тип хәбәр итә, ә 5 майҙа юлға сыға. 8 майға тиклем яҡындары менән бәйләнештә була, әммә Өфөнән сығып киткәнен әйтмәй. 10-11 майҙа инде хәбәр бирмәй, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарын яба. 12 майҙа иһә Себерҙә йәшәгән әсәһе уны эҙләүгә бирә. 14 май кискеһен Каринаның вафат булғанын иғлан итәләр.

Иртәгәһенә хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индерелә. Ҡыҙҙың кәүҙәһе ҡуртымға алынған фатирҙа табыла. Янында әсәһенә яҙған хаты була. Унда ғәзизенән күп нәмәне йәшергәненә, һөйләмәгәненә ғәфү үтенә. Һүҙ нимә тураһында барғаны әлегә билдәһеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тәфтиш эшен башҡара.

Был сәйер хәл барыһын да аптырашта ҡалдырҙы. Бер кемгә бер нимә лә әйтмәйенсә, ул Алыҫ Көнсығышҡа ни өсөн барған? Унда нимә эшләргә булған? Кемдер уны саҡырғанмы? Ҡыҙ Көньяҡ Корея иле менән ҡыҙыҡһынған тиҙәр, әммә сит ил паспортын Өфөләге торлағында ҡалдырған, үҙе менән алмаған. Һорауҙар, һорауҙар...

Сығанаҡ: https://www.ufa.kp.ru/daily/27606/4931956/

Фото: К. Кашапованың шәхси архивынан.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас