+24 °С
Ямғыр
Приставтар Максим У.-ны эҙләй ине. 25 йәшлек ир вахтанан ялға ҡайтҡан арала алдау юлы менән имсәк балаһын әсәһенән айырып алып китә.
Баланы ҡайтарыу тураһындағы ҡарарҙы инҡар итеп, уларға аралашырға,осрашырға ирек бирмәй. Телефонын алмаштыра, банк картаһын ташлай һәм Башҡортостан биләмәһенән ҡаса. Әсә улын былтыр декабрҙән бирле күрмәгән.
Максимды Татарстан һәм Удмуртия биләмәләрендә эҙләйҙәр. Һәм, ысынлап та, атай менән улды Ижевск ҡалаһында табалар. Баланы әсәһенә ҡайтаралар. Атайға ҡарата енәйәт эше асыу мәсьәләһе ҡарала. Был хаҡта Суд приставтары хеҙмәте хәбәр иткән.
Фото: "Башинформ".