Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Май 2024, 16:32

Дүрт район шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамланы

Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алда бара.

Дүрт район шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамланыДүрт район шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамланы
Дүрт район шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамланы

Башҡортостанда сөгөлдөр сәскән 18 райондың дүртәүһендә 15 майға ҡарата шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүҙе тамамланған. Техник культураға бүленгән майҙандарҙы Әлшәй, Ауырғазы, Бүздәк һәм Кушнаренко райондары хужалыҡтары тулыһынса сәскән.

Республикала бөтәһе 44 мең гектарҙан ашыу майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәселгән, был - планға ҡарата 87 процент.
Башҡортстанда яҙғы сәсеү әүҙем бара, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, аграрийҙар баҫыу эштәренең тиҙлеген арттыра. 15 майға эштәр 986 мең гектар майҙанда башҡарылған, был - бөтә күләмдең 49 проценты.
Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында яҙғы баҫыуҙар майҙанының 80 проценттан ашыуы сәселгән.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас