Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Юғары уҡыу йорттарында “бакалавр” төшөнсәһе бөтөрөлә

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров юғары белем биреү системаһындағы яңылыҡтарға аңлатма бирҙе.

Юғары уҡыу йорттарында “бакалавр” төшөнсәһе бөтөрөлә
Юғары уҡыу йорттарында “бакалавр” төшөнсәһе бөтөрөлә

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров юғары белем биреү системаһындағы яңылыҡтарға аңлатма бирҙе.

Бөгөн Рәсәй юғары мәктәбенең мөмкинлектәре ҙур, быға сағыу миҫал – Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа студент кампустарын төҙөү, тип иҫәпләй Кампус резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров. Ул Рәсәй юғары белем биреү системаһын үҙгәртеп ҡороуға ҡағылышлы комментарий бирҙе.

- 2023 йылдың майында Президент Владимир Путин илдең юғары белем биреү системаһын реформалаштырыу буйынса пилот проектына старт бирҙе һәм бер йыл эсендәге башланғыстар үҙ ихтыяжын тулыһынса раҫланы. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков 2025 йылдан илдең юғары белем биреү системаһында бер ни тиклем үҙгәреш буласағын иғлан итте. Атап әйткәндә, «бакалавр» төшөнсәһе бөтөрөлә һәм «юғары белем» һәм «махсуслаштырылған юғары белем» тигән төшөнсәләр индерелә.

Өфө университеты миҫалында бындай үҙгәртеп ҡороу кәрәклеге иҫбатланды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ректор.

- Университетта ил иҡтисадының өҫтөнлөклө тармаҡтары өсөн, айырыуса авиа һәм двигателдәр төҙөү өлкәһендә юғары квалификациялы кадрҙар уҡытыуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленде. Белем биреүҙә төрлө эксперименттар үткәреүгә ҡарамаҫтан, вузда ошо йүнәлештәр буйынса инженерҙар әҙерләү һәр саҡ 5,5 йыл буйына алып барылды һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте.

Сифатлы фундаменталь белемгә һәм һәйбәт профессиональ оҫталыҡҡа эйә булған яҡшы инженерҙы дүрт йылда әҙерләү мөмкин түгел. Өфө университеты – Башҡортостандың ошо программаларҙы ғәмәлгә ашырған һәм йыл һайын ошо йүнәлештәр буйынса студенттар ҡабул итеүҙе арттырған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Шулай итеп, быйыл Өфө фән һәм технологиялар университеты «Ростех ҡанаттары» проектында ҡатнашыусыларға өҫтәмә рәүештә тағы 65 абитуриентты ҡабул итәсәк, - тип билдәләне Вадим Захаров.

Белешмә өсөн:

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү РФ Президенты ҡушыуына ярашлы, «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: