Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Йәшәге килә. Бөтә сирҙәрҙе еңеп…»

Гүзәл Уразова күҙ йәштәре аша социаль селтәрендәге дуҫтарына мөрәжәғәт итте.

«Йәшәге килә. Бөтә сирҙәрҙе еңеп…»
«Йәшәге килә. Бөтә сирҙәрҙе еңеп…»

Мәскәүҙә операция яһатҡандан һуң, йырсы социаль селтәрендә әүҙемлек күрһәтмәне. Кисә ул тәүге тапҡыр бәйләнешкә сыҡты. 

– Хәйерле көн, дуҫтар! Ниһайәт, мин, беренсе тапҡыр тип әйтһәм дә дөрөҫ булыр, бәйләнешкә сыҡтым. Быға тиклем стористар ҙа, тура эфир ҙа булманы. Быға хәлем дә, теләгем дә булманы…

Күптәрегеҙ «юғалттыҡ» тип яҙҙығыҙ. Дуҫтар, барығыҙға ла бик ҙур рәхмәт, йәме. Миңә терәк булып, доғаларығыҙҙы уҡып, көс биреп торғанығыҙ өсөн. Бына шундай ауыр саҡтарҙа һеҙҙең терәк булыуығыҙ ҡанатландырып тора мине. Шунан һуң йәшәге килә… Тиҙерәк бөтә сирҙәрҙе еңеп, һеҙҙең янға сыҡҡы килә. Иң ҡәҙерлеһе шул – һеҙҙең йәнәшәмдә булыуығыҙ, – тип күҙ йәштәре аша һөйләй ул.

Автор:Гөлнара Солтанова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: