Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Сөмбөл дә МХО-ға китте

Район хәрби комиссариаты аша контракт төҙөп яу ҡырына киткән Әбйәлилдән беренсе ҡатын-ҡыҙ ул

Сөмбөл дә МХО-ға китте
Сөмбөл дә МХО-ға китте

Махсус хәрби операция барған биләмәләрҙә медицина хеҙмәткәрҙәренә ихтыяж ҙур. Улар алғы һыҙыҡта ла, фронт госпиталдәрендә лә һалдаттар менән бер сафта ал-ял, ҡурҡыу белмәй һөнәри бурысын атҡара, ҡанһырап ауған, ауыр йәрәхәттәр алған яугирҙәрҙең ғүмерҙәре өсөн көрәшә. Хирургия шәфҡәт туташы квалификацияһына эйә Һәйетҡол ҡыҙы Сөмбөл Я. ла: «Мин унда нығыраҡ кәрәкмен!» — тигән ныҡлы ҡарары менән март айында МХО-ға юлланды. Район хәрби комиссариаты аша контракт төҙөп, яу ҡырына киткән Әбйәлилдән беренсе ҡатын-ҡыҙ ул.

Сөмбөлгә 17 апрелдә 31 йәш тулды. Быйылғы тыуған көнөн ул хәрби шарттарҙа ҡаршыланы. Ҡайҙа ғына булһа ла, иҫән-һау йөрөһөн тип теләйек ҡаһарман рухлы яҡташыбыҙға!


Ғәҙәттә кинйә балалар, бигерәк тә ҡыҙҙар, бөтәһенең һөйөү-иғтибарына күмелеп, иркә, наҙлы булып үҫә. Зәйнәп һәм Таңатар Я.-тар ғаиләһендә ҡыҙҙары Гөлсибәр һәм улдары Илсурҙан һуң өсөнсө бала булып тыуған төпсөктәре Сөмбөл, киреһенсә, бәләкәйҙән саялығы менән айырыла.
— Ҡыланыштары ла, үҙ-үҙен тотошо ла хас малайҙарса булды. Мәңге салбарҙа йөрөнө, ҡулды кеҫәгә тығып, кирә баҫып ышаныслы торор ине. Илағанын хәтерләмәйем, мәүешһең тип ағаһын әрләр ине әле ул, баш бирмәҫ холоҡло, тура һүҙле бала булды. Әтәс йылында тыуғанға шулайҙыр, тип ҡарай инек уға, — тип һөйләй әсәһе Зәйнәп Әғзәп ҡыҙы.


Буранғолда урта мәктәп тамамлағандан һуң Сөмбөл Белорет медицина колледжына уҡырға инә. 2014 йылда диплом ала. Колледжда уҡытҡан остазы — «дауахана ҡаласығы» хирургы батыр студентын үҙҙәренә эшкә килергә саҡыра. Шулай акушерлыҡҡа уҡып сыҡҡан ҡыҙ травматология бүлексәһендә эш башлай. Шул уҡ йылда Сөмбөлдө квалификацияны үҫтереү курстарына ебәрәләр, хирургия шәфҡәт туташына уҡып ҡайта.
Әйткәндәй, колледжды тамамлағас, ҡыҙ Өфөгә кинологҡа уҡырға барырға ла уйлай. Бәләкәй сағынан йорт хайуандарына айырым һөйөү менән ҡараған, эт-бесәйҙәрен төрлө командаларға өйрәткән, дрессировщик булам тип йөрөгән ҡыҙҙың балалыҡ хыялы күңеленән бөтөнләй һүрелмәгән була әле. Ләкин уның киләсәктә полицияла эшләү теләгенә ата-әсәһе ҡаршы сыға. Белоретта апайы янына урынлашып, дауаханала эшләй башлағас, әсәһе ҡыҙ бала өсөн хәүефле һөнәрҙән аралап ҡалдыҡ, тип эстән ҡыуанып ҡуя.
Эшкә һалҡын аҡыл, тыныс тәүәккәллек менән ҡыйыу тотонған йәш шәфҡәт туташы хеҙмәтендә маҡтала, йыш ҡына операцияларҙа ассистент була. Әммә Сөмбөлгә былар ғына етмәй. Бер мәл Чечняға командировкаға китергә булып ата-әсәһен тағы бер тапҡыр аптырата ла, уларҙың ҡаршы тороуынан үтә алмай эшендә ҡала.
Ваҡыт тигәнең һиҙҙермәйсә ырай. Сөмбөл Таңатар ҡыҙы ла хеҙмәт юлының 10-сы йылын ваҡлай. Ипотекаға фатир алып үҙ ояһын да ҡора. Быйыл ҡыш ҡапыл районға ҡайтырға булып китеүен ата-әсәһе апайҙары икенсе ергә күсеп киткәс, әле тормошҡа сыҡмаған кинйәкәүҙәренә бер үҙенә сит ҡалала ҡыйындыр, тип фаразлай. «Дауаханаға аккредитация үткәс кенә урынлашам, әсәй, уны эшләп йөрөгәндә үтеүе ҡыйын», — тип эшкә төшөүен дә һуҙа. Ә бар ғиллә махсус хәрби операцияға хәрби шәфҡәт туташы булып китергә йыйыныуында була. Сөмбөл Белоретта сағында уҡ район хәрби комиссариатына бәйләнешкә сығып контракт төҙөү хаҡында белешә.
Ҡыҙҙың был аҙымға аңлы рәүештә барыуын, ниәтенең ихласлығын хәрби комиссариатта хуплайҙар. Медицина тикшеренеүе үтергә Өфөгә сығыр алдынан ғына үҙенең ҡарары тураһында атаһына әйтә.
— «Атай, мин китәм, барыһы ла хәл ителгән», — тине. «Ныҡлап уйланылғанмы был ҡарарың?» — тип һораным. «Эйе, мин унда нығыраҡ кәрәкмен», — тигәс, «Барып ҡайт, ипләп йөрө», — тип фатиха биреүҙән башҡа сарам ҡалманы. Ваҡытында былай ҙа башы йәш тип күп дыуамал уйҙарынан кире күндерҙек. Хәҙер инде утыҙҙы үткән, тормоштоң аңын-тоңон төшөнгән, арыу уҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплаған, һөнәре буйынса хәрби бурыслы һәм үҙ ирке менән быны теләгән кешене нисек тотоп ҡалаһың? ­— ти тыныс ҡына Таңатар Нурфәйез улы.
Ә бына әсәһе был хаҡта иң аҙаҡ белә. Илап та ҡарай, йәрәхәт алғандан һуң ауыртып ҡалған тубығы арҡаһында, бәлки, үткәрмәҫтәр тип тә өмөт итә. Ҡыҙының ҡыйыу аҙымын аңы менән ҡабул итһә лә, йөрәге менән әле булһа килешеп етә алмай. «Бәләкәйҙән шулай ҡырҡа ҡарашлы, ҡурҡыу белмәҫ бала булды инде. Иҫән-һау ғына йөрөһөн», — тип күҙ йәштәрен һөртә ул.
Бер йылға контракт төҙөгән Сөмбөл Я. март башынан хәрби бурысын үтәй. Екатеринбургта, Ростовта физик һәм тактик медицина буйынса әҙерлек үткәндән һуң хәрби ант ҡабул итә. Тоцк-2 гарнизонындағы хәрби госпиталгә килгәс хирургия өлкәһендә тәжрибәгә эйә булыуы һәм шәхси сифаттары өсөн өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр.
Апрель башында 30 кешенән торған медицина ротаһы составында яҡташыбыҙ ҙа Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға юлланды. Улар йәрәхәтләнгән яугирҙәргә яу яланында беренсе медицина ярҙамы күрһәтә, күсереп йөрөтөп булмаған ауыр яралыларҙың ғүмерҙәрен әжәл тырнағынан йолоп ҡалыу өсөн мөмкин булған әмәлиәттәрҙе башҡара.
Уртаҡ еңеүебеҙ хаҡына үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып һуғышҡа киткән ҡаһарман йөрәкле, илһөйәр рухлылар араһында гүзәл заттар ҙа бихисап бөгөн. Шулар иҫәбендә хәрби шәфҡәт туташы булып алғы һыҙыҡта яугирҙәребеҙҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән, Гиппократ антынан тыш, Тыуған иленә лә тоғро хеҙмәт иткән Һәйетҡол ауылы ҡыҙын фәрештәләр һаҡлап йөрөтһөн! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, Сөмбөл!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева.
Автор:
Читайте нас: