Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күршеләрҙә йәнә БПЛА оса

Күреүен күргәндәр, тик шылтыратмағандар... 

Күршеләрҙә йәнә БПЛА оса
Күршеләрҙә йәнә БПЛА оса

Бөгөн иртә менән Татарстан күгендә йәнә пилотһоҙ осоусы объект асыҡланған. Һауалағы хәүефкә бәйле шунда уҡ Ҡазан һәм Нижнекамскта аэропорттар ябылды – ваҡытлыса рейстарҙы ҡабул да итмәнеләр, ебәрмәнеләр ҙә.

Бәхеткә күрә, самолет тибындағы БПЛА-ны Юғары Ослан ауылы өҫтөндә (Ҡазан аэропортынан 25 километр алыҫлыҡта) бәреп төшөрҙөләр. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, БПЛА Ҡазандағы дары заводына осоп барған. Әлеге ваҡытта аэропорттар асылған һәм штатлы режимда эшләй.

Дөйөм алғанда, 15 майға ҡарай төндә һауаны һаҡлау саралары Белгород, Брянск һәм Курск өлкәләре өҫтөндә 17 пилотһыҙ осоусыны юҡ иткән. Бынан тыш, Оборона министрлығы хәбәр иткәнсә, Белгород өлкәһе өҫтөндә ике HARM Америка ракетаһы, Францияның ике Hammer авиабомбаһы, ике “Ольха” реактив снаряды бәреп төшөрөлгән. Ҡырым утрауы өҫтөндә ун ATACMS оператив-тактик ракета юҡ ителде.

Шуныһы хафаландыра, күптәр күктә БПЛА-ны күргән, шул уҡ ваҡытта был хаҡта махсус хеҙмәттәргә хәбәрҙәр бик аҙ килгән. Әгәр шикле осоу аппараттарын күрһәгеҙ, шунда уҡ йә МЧС, йә МВД, йә Федераль именлек хеҙмәтенә, йә иһә 112-гә шылтыратығыҙ. Граждандар, уяу булайыҡ!

Фото: Телеграм. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: