Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин – Элвин Грей тураһында ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итәбеҙ. Ул 1989 йылдың 17 майында Өфө ҡалаһында тыуған, ошо көндәрҙә 35 йәшен билдәләй.
* Радик илаҡ бала булған. Әсәһе әйтеүенсә, бер йәшенә тиклем ныҡ илаған.
* Әсәһе уға Радмир тигән исемде ҡушырға теләгән. Әммә атаһы бала табыу йортона “Радик” тип яҙҙырып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ алып килгән.
* Мәктәптә уҡыған осоронда уҡ аҡса эшләй башлаған: вагондар бушатҡан, шешә лә тапшырған.
* Атаһы балта эшенә оҫта була, был һәләт Радикка ла бирелгән. Уға хатта хеҙмәт уҡытыусыһы булырға ла тәҡдим итәләр.
* Бала сағында Салауат Фәтхетдиновтың, Фәдис Ғәниевтең йырҙарын яратҡан.
* 2006 йылда, 10-сы класта уҡығанда тәүге музыкаль альбомын сығара.
* Радик ҡурайҙа, фортепианола, баянда уйнай белә.
* Радик Юлъяҡшин менән Гөлназ Асаева ысынлап та бер аҙ дуҫлашып йөрөгән, әммә Гөлназ бер интервьюһында әйтеүенсә "был мөнәсәбәттәрҙе етди тип әйтеп булмай".
* Яратҡан емештәре – ананас һәм манго.
* Яратҡан тәм-томы – “Баллы” торты.
* Таиландта фатиры һәм үҙенең тауыш яҙҙырыу студияһы бар.
* Ҡазанда фен-шуй ҡағиҙәләре буйынса йорт төҙөгән.
Фото: Радик Юлъяҡшиндың социаль селтәрҙәге төркөмөнән (vk.com/elvin_grey)
Сығанаҡ: “Татар эстрадаһы” төркөмө.