Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Инсульттың тәүге билдәләрен нисек танырға?

Белгестәр әйтеүенсә, кешеләрҙең 33 – 50 проценты был сирҙең билдәләрен үҙҙәре таный ала.    

Инсульттың тәүге билдәләрен нисек танырға?
Инсульттың тәүге билдәләрен нисек танырға?

“Бит-ҡул-телмәр” тип аталған тест был “аҫтыртын” сирҙе асыҡларға булышлыҡ итер:

телмәр боҙолоуы һәм бит ҡыйшайыуы (ассиметрия) күҙәтелә;

аяҡ-ҡулдарҙың йәки биттең бер өлөшөнөң ойоуы ихтимал;

ҡулдың йәки аяҡтың хәлһеҙләнеүе мөмкин.

Бынан тыш, кеше сәләмәтлегенә үтә хәүеф янаған билдәләрҙең теркәлеүе ихтимал:

күҙҙең ҡапыл насар күрә башлауы;

баш әйләнеүе;

атлауҙың насарайыуы;

бер ниндәй сәбәпһеҙ баштың ауырта башлауы.

Ошондай билдәләр бар икән, тиҙ арала медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ!

Инсульт ваҡытында сирле кешене мөмкин тиклем  тиҙерәк медицина стационарына алып барыу тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Был дауалауҙы күпкә һөҙөмтәле итәсәк.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сир билдәләрен белеү менән ауырыу кешенең ғәмәле араһында айырма ҙур ғына икән. Әммә мейене һаҡлап алып ҡалыу өсөн һәр минут ҡәҙерле. 122 һандарын йыйып, ашығыс медицина ярҙамын саҡырығыҙ, үҙаллы дауаланырға тырышмағыҙ, сир үтер әле тип көтөп ятмағыҙ. Инсультты мөмкин тиклем тиҙерәк дауалау зарур.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер был сир өлкәндәр өсөн генә түгел, йәштәр өсөн дә хәүефле. Статистика буйынса, бөтә һандың 10-15 проценты 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге кешеләргә тура килә.

Фото, сығанаҡ: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/623464/

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: