Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2024, 10:59

Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?

Бындай проблемалар организмда шыйыҡлыҡтың тотҡарланыуынан  һәм газ йыйылыуҙан була.

Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?
Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?

Бындай проблемалар организмда шыйыҡлыҡтың тотҡарланыуынан  һәм газ йыйылыуҙан була.

  Көнөнә 2 литр һыу эсергә кәрәк, тиҙәр, әммә бының өсөн бөйөрҙәрҙең һәм организмдан һыуҙы сығарыуға ҡатнашлығы булған башҡа органдарҙың яҡшы эшләүе мөһим. Был системаның эшен көйләү өсөн туҡланыу рационына күберәк йәшел үләндәр индерергә кәрәк. Айырыуса петрушка файҙалы.  Бәүел ҡыуҙырыусы үләндәр төнәтмәһен эсергә мөмкин. Тик артыҡ мауығырға ярамай, юғиһә уларҙың файҙалы минераль матдәләрҙе йыуып алып китеүе бар.

Эстең ҡабарыуы  газ йыйылыуҙан да була.  Фенхель һәм әнис орлоғо  унан арынырға ярҙам итә, бөтнөк үләне менән сәй ҙә һәйбәт.

Тағы ла бер нисә файҙалы рецепт:

Ярты стакан тары ярмаһын яҡшы итеп йыуығыҙ һәм  өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ. Һыу ныҡ эҫе булмаһын. Тары ярмаһын  һыуы һөт төҫөнә ингәнсе (15 минут самаһы) иҙегеҙ.  Ошо һөттө көнөнә ике тапҡыр эсегеҙ. Тиҙҙән эсегеҙҙең ҡабарыуы бөтөүен күрерһегеҙ, шул уҡ ваҡытта артыҡ килограмдарығыҙ ҙа кәмер.

***

Ике ҡалаҡ укроп  орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут төнәтегеҙ.  Был төнәтмәне төнгөлөккә эсергә кәңәш ителә. Ул шешенеүҙән арынырға ярҙам итә.

***

Аҙнаһына бер тапҡыр кефир генә эсеп, ашҡаҙанығыҙҙы ял иттереп алығыҙ. Көнөнә 1,5 л кефир етә. Уға ҡыяр, йәшел һуған, укроп ҡушырға була.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас