Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
12 Май 2024, 05:53

"Мин һөйөүҙе белмәгәйнем..."

13 майҙа Рөстәм Нәбиевтең тыуған көнө. Был көндө ул беҙгә сюрприз әҙерләй.    

"Мин һөйөүҙе белмәгәйнем...""Мин һөйөүҙе белмәгәйнем..."
"Мин һөйөүҙе белмәгәйнем..."

Яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев сираттағы бейеклеген яуларға йыйына. Иртәгә, үҙенең тыуған көнөндә, ул тамашасылар хөкөмөнә үҙенең тәүге йырын сығармаҡсы. "Атай-әсәйем мине ишетһен" тип атала ул. Унда:

Ямғыр туҡылдата, ямғыр туҡылдата

Һәм күҙ йәштәре ҡыйыҡтан ағып төшә,

Мин һөйөүҙе белмәгәйнем, мин уны белдем,

Атай-әсәйем мине ишетһен, -

тигән юлдар бар.

Рөстәм был хаҡта май башында үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. "Атай-әсәйемә, уларҙың иҫтәлегенә бағышлап йыр яҙҙылар. Минең музыкаль белемем юҡ, тауышым да иҫ киткес түгелдер, мин артист түгел. Әммә был минең беренсе йырым, уның аша мин үҙемдең йән әрнеүҙәрен, мөхәббәтемде белдергем килә", - ти ул.

Ә ошо көндәрҙә ул бер ҡосаҡ раузалар гөлләмәһе тотоп әсәһенең ҡәберенә барып килде. Бер йәшендә генә әсәйһеҙ ҡалһа ла, яҡшы кеше - ул, туған, ир, атай булып үҫеүе мөһим уның. 

Фото һәм видео: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас