Быйыл икенсе кварталда Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы эксперттары ойошторған бер нисә уҡытыу семинары планлаштырылған. Саралар ер участкаларын ҡуртымға алыуға, уларҙың урынлашыу схемаһын раҫлауға һәм башҡа көнүҙәк темаларға арналасаҡ. Семинарҙарҙың төп маҡсаты — республикала дәүләт хеҙмәттәренең сифатын күтәреү. Сараларҙа төрлө муниципаль райондарҙан һәм ҡала райондарынан МФЦ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ.
«Граждандарға хеҙмәт күрһәтеүҙе камиллаштырыу теләген күҙ уңында тотоп, Күп функциялы үҙәктең дәүләт хеҙмәткәрҙәрен уҡытасаҡбыҙ, был уларҙың белемен камиллаштырасаҡ. Документтарҙы ҡабул итеүҙә һәм консалтингта квалификациялыраҡ булырға мөмкинлек бирә, һөҙөмтәлә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренең сифаты яҡшырасаҡ, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
«Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәренең сифатын күтәреү маҡсатында МФЦ белгестәре өсөн уҡыу семинарҙары үткәрелә. Видеоконференция режимында ғәмәлдәге ҡануниәт нормаларына тулы аңлатма бирелә, уларҙы белеү документтарҙы компетентлы ҡабул итеүгә булышлыҡ итә», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.
Уҡытыу барышында түбәндәге темаларға иғтибар итәсәктәр:
Фото: Башҡортостандың ер һәм мөлкәт министрлғынан.