Кисә Стәрлетамаҡ - Белорет юлының Ишембай районындағы Йәнырыҫ боролошонда "Фольксваген Амарок" һәм "Дэу Нексия" еңел автомобилдәре бәрелешкәйне. Һуңғыһында ултырған 60 йәшлек пассажир ир һәләк булды, тағы өс кеше дауаханаға оҙатылды.
Хоҡуҡ һаҡсылары һәм шаһиттар хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индерҙе. "Фольксваген Амарок" юл сатында һулға боролғанда туранан килгән "Дэу Нексия"ға юл бирмәй һәм уның менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә үҙе юлдан ситкә оса, ә "Нексия" янып китә. Юл-транспорт фажиғәһенән һуң төшөрөлгән видеояҙмала ут ялмаған машина асыҡ күренә, юл ситендә бер кеше кәүҙәһе ята, ә уның эргәһендә асырғанып ҡысҡырған ҡатынды ситкә алып китәләр.
"Фольксваген"дағы дүрт ир дауаханаға барыуҙан баш тарта, ә "Нексия"лағы водитель ҡатын-ҡыҙ, тағы бер пассажир ҡатын һәм 10 йәшлек ҡыҙ баланы төрлө йәрәхәттәр менән "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте алып китә.
Кемдер күреүҙе ҡыйынлаштырған юл ситендә үҫкән ҡыуаҡлыҡтарҙы ғәйепләй. Әммә ябай ғына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә хатта светофор ҙа ҡотҡармағанын яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә юлға сыҡҡан һәр водитель үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алғанын асыҡ төшөнөп эш итһен ине. Көн дә булып торған фажиғәләр һәр кемгә һабаҡ булырға тейеш тә бит...
Фото: видеонан скриншот.
Видео: «Честно говоря» төркөмөнән/https://vk.com/govoryachestno?z=video-187046624_456242679%2F0c0b217b437f9e3b77%2Fpl_wall_-187046624