+24 °С
Ямғыр
Дыуан районының Өлкөндө ауылында күл төбөнән машина һөйрәп сығарғандар, эсендә 53 йәшлек водителе лә булған.
Ирҙе 5 майҙан бирле тапмағандар. Был көндә ул иртә менән ВАЗ-2114 автомобилендә Митрофановканан үҙ ауылы - Өлкөндөгә юлланған. Тик өйөнә ҡайтып етмәгән...
Әлегә ир күлгә машинаһында аңғармаҫтан килеп төшкәндер тип фаразлайҙар. Һыу ятҡылығын тикшерергә ҡотҡарыусылар барған.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.