Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Май 2024, 09:29

Ҡара сиңерткәләр ҡара эшен башлай

Улар тәү ҡарашҡа матур ғына күренһә лә...

Ҡара сиңерткәләр ҡара эшен башлайҠара сиңерткәләр ҡара эшен башлай
Ҡара сиңерткәләр ҡара эшен башлай

Улар тәү ҡарашҡа матур ғына күренһә лә...

Апрелдәге эҫе һауа торошо арҡаһында ҡара сиңерткәләр йомортҡанан сыҡҡан, тип хәбәр итә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйына филиалы белгестәре.

- Тәүге ҡара сиңерткәләрҙең йомортҡанан сыҡҡанын Хәйбулла районында теркәгәйнек. Был хәл агрономдарға баҫыуҙарға иғтибарҙы икеләтә арттырырға кәрәклегенә ишара. Улар бесәнлектәрҙә лә, иген культураларында ла әүҙемләшеп китеүе ихтимал. Ҡара сиңерткәгә ҡаршы химик эшкәртеү улар бәләкәй саҡта ғына һәйбәт һөҙөмтә бирә, шуға ошо мәлде үткәреп ебәрергә ярамай, - тип “Россельхозцентр”ҙың үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге мөдире Эльма Садиҡова.

Белгестәр даими рәүештә төрлө райондарҙа тикшереү эштәре алып бара. Видеолағы ҡара сиңерткәләр лаборатория шарттарында йомортҡанан сыҡҡан. Тәү ҡарашҡа матур ғына күренһәләр ҙә, ғүмере дауамында бер ҡара сиңерткә 300 грамм үҫемлек ашай. Ҡоротҡостар бөтә культураларҙы, шул иҫәптән кукурузды, иген культураларын — һоло, бойҙай, арпаны ярата. Шулай уҡ ағастарҙың һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың япраҡтарынан да баш тартмай, туғайҙарҙа йәшел, һутлы үләнде ашай.

Фотолар һәм видео “Россельхоз” үҙәгенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас