Һуңынан ул буласаҡ ире Хисаметдин Кәбиров менән осраша. Әммә күп тә үтмәй уны һуғышҡа алалар. Һәм тормоштоң бөтә ауырлығы 24 йәшлек йәш ҡатындың иңенә төшә. Шәһиҙә Нуриздан ҡыҙы өс балаһы һәм ауырыу ҡәйнәһе менән ҡала. Уларҙы ашатыу һәм кейендереү өсөн уға көнө буйы, ялһыҙ эшләргә тура килә. Таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем баҫыуҙа көлтә йыя. Һуңыраҡ Шәһиҙә трактор йөрөтөргә лә өйрәнә.
Ире һуғыш бөтөп ике йыл үткәс кенә ҡайта. Шәһиҙә инәй менән улар алты йыл ғына йәшәп өлгөрә, яуҙа алынған яралары арҡаһында, ул вафат була.
Шәһиҙә Нуриздан ҡыҙы ете баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра.
Бөгөн, 107 йәшендә, Шаһиҙә инәй үҙенең матур һәм уңайлы йортонда йәшәй. Ул һәр ваҡыт балаларының, 19 ейән-ейәнсәренең, 29 бүлә-бүләсәһенең, 27 бүләр-бүләсәһенең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп көн итә.