Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Май 2024, 14:56

“Хәрби бурысымды үтәргә теләнем”

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Түбәнге Төкөн ауылынан “Рысь” позывнойлы яҡташыбыҙ бөгөнгө көндә тыуған яғына ялға ҡайтты. Уның “Башҡортостан” ирекле мотоуҡсылар полкының Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге башҡорт батальоны менән контракт төҙөүенә май айында теүәл бер йыл тула. Күп ир-егеттәрҙең үҙ теләктәре менән ил һағына баҫыуҙары ғорурлыҡ тойғолары уята һәм беҙ улар хаҡында белергә тейешбеҙ.

“Хәрби бурысымды үтәргә теләнем”“Хәрби бурысымды үтәргә теләнем”
“Хәрби бурысымды үтәргә теләнем”

“Рысь” Түбәнге Төкөн ауылында 1982 йылда тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң тракторсы һөнәренә уҡып сыға. Махсус хәрби операцияға юлланғансы, Өфө ҡалаһында төҙөлөш операторы булып эшләй.
- Минең хеҙмәткә барырға уйым бар ине, шуға тыуған ил алдындағы хәрби хеҙмәт бурысымды үтәп ҡуйырға теләнем. Ғаиләм башта ҡаршы булды, һуңынан ҡарарымдың ныҡлығына ышанғас, матур итеп оҙатып ҡалдылар. Яҡындарым менән мөмкинлек булған һайын элемтәгә сығырға тырышам, уларҙың һүҙ ярҙамдары миңә бик ҙур таяныс. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙан бик күп гуманитар ярҙам килә, уларҙың һәр береһенә бик ҙур рәхмәт.
Ялға икенсе тапҡыр ҡайттым. Ваҡытымды ғаиләм менән күңелле итеп үткәрергә, ирҙәр ҡулы талап ителгән йорт эштәрен башҡарып ҡалырға тырышам, - ти яугир.
Яҡташыбыҙ бөгөнгө көндә Луганск өлкәһенең Кременная ҡалаһында өлкән сопровождающий вазифаһында дошмандар менән алыша.
- Хәрбиҙәр физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә көслө булырға тейеш, шуға ла махсус хәрби операцияға юлланырға теләүселәргә хәрби әҙерлек кәрәк. Әлбиттә, бөтә ерҙә лә хәүеф-хәтәр, яуҙаштарҙы юғалтыу, яралыларҙың һыҙланыуҙарын күреү бигерәк ауыр, - ти ул.
Эйе, тыныс тормошта эшләп йөрөгән, донъя көткән, балалар тәрбиәләгән көслө заттарға бөгөн алғы һыҙыҡта, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөләре күрһәтергә тура килә. Ошондай тәүәккәл һәм ныҡышмал ир-егеттәребеҙ булғанда, һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең яҡта булыр, тип көтәбеҙ. Тыныслығыбыҙ өсөн көрәшкән яугирҙәребеҙҙең барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас