Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Май 2024, 18:14

Ете иң файҙалы эсемлек

Йышыраҡ һыу, гранат һуты, бөтнөк сәйе, алма һуты, мүк еләге морсы һәм ромашка сәйе эсегеҙ. 

Ете иң файҙалы эсемлекЕте иң файҙалы эсемлек
Ете иң файҙалы эсемлек

Йышыраҡ һыу, гранат һуты, бөтнөк сәйе, алма һуты, мүк еләге морсы һәм ромашка сәйе эсегеҙ. 

  1. Һыу: токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, ҡан тамырҙарының һәм быуындарҙың торошона ыңғай тәьҫир итә.
  2. Гранат һуты: йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген нормаға килтерә, гипертониянан һәм анемиянан файҙалы.
  3. Бөтнөк сәйе: ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, тынысландыра, ҡан баҫымын төшөрә, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә.
  4. Кефир: уның аш эшкәртеү процесын яҡшыртыуы бер кемгә лә сер түгел.
  5. Алма һуты:бауыр, бөйөр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлегенә файҙалы йоғонтоһо көслө.
  6. Мүк еләге морсы: С витаминына бай булыу сәбәпле, иммунитетты нығыта, бик яҡшы температураны төшөрөү сараһы булып тора.

   7. Ромашка сәйе: бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә, шулай уҡ нервыларҙы тынысландыра.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас