Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
7 Мая 2024, 15:52

600 мең һум кемдәргә тейеш?

Уны түләү ваҡыты билдәләнгән.

600 мең һум кемдәргә тейеш?600 мең һум кемдәргә тейеш?
600 мең һум кемдәргә тейеш?

Уны түләү ваҡыты билдәләнгән.

Өфө контрактсылары 600 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ.

2024 йылдың 1 майынан 31 авгусына тиклем Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән кешеләргә өҫтәмә ярҙам сараһы сифатында Өфө хакимиәте 200 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе тормошҡа ашыра.

Тейешле ҡарарға республиканың баш ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйҙы. Был матди ярҙам Өфөлә теркәлгән һәм ҡала биләмәһендә урынлашҡан хәрби комиссариаттарҙың береһенә мөрәжәғәт иткән Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелә. Түләү алыу өсөн граждан йәшәгән йәки торған урыны буйынса баш ҡала районы хакимиәтенә ғариза бирергә тейеш.

Шулай итеп, контракт төҙөгәндә Өфө кешеһе 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған дөйөм түләү аласаҡ. Шуларҙың 200 меңе – Өфөнән, 205 меңе – Башҡортостандан һәм 195 мең һумы Рәсәй Оборона министрлығынан биреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. 

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас