Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Май 2024, 03:16

Ҡыяр янында нимә ултыртырға?

Ҡуҙаҡлылар ҡыярға бик һәйбәт күрше була ала. Улар уңышын арттыра, тупраҡты азот менән туҡландыра. Укроп, базилик, мәтрүшкә ҡыярҙың уңышын яҡшырта. Ҡыяр янында календула ла ултыртырға мөмкин.

Ҡыяр янында нимә ултыртырға?Ҡыяр янында нимә ултыртырға?
Ҡыяр янында нимә ултыртырға?

Ул сәскәләре менән һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе йәлеп итәсәк. Шулай уҡ улар баҡсаны биҙәйәсәк. Календула шулай уҡ ҡарышлауыҡтарҙы ҡурҡыта. Уның тамырҙары тупраҡты фитонцидтар менән әүҙем тәьмин итә.

Ҡыяр эргәһенә ултыртылған сельдерей ҡайһы бер ҡоротҡостарҙы ҡурҡыта һәм ҡыярҙың үҫеүенә булышлыҡ итә.

Кукуруз тупраҡты микроэлементтар менән байыта. Ә уның бейек һабаҡтары ҡыярға таяныс булып хеҙмәт итә, уңайлы микроклимат булдыра, беттән һаҡлай.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас