Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы бәлиғ булмаған баланы һәм уның атаһы Максим У.-ны эҙләй. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 1998 йылғы иргә ҡарата әсәгә бала тапшырыу буйынса башҡарма эш асылған. Ир суд ҡарарын үтәмәй, бынан тыш, әсәгә ике йәшлек улы менән осрашырға һәм аралашырға мөмкинлек бирмәй. Әсә кеше 2023 йылдың декабренән алып балаһын күрмәгән.
“Был иргә ҡарата мәжбүри һәм тәьмин итеү сараларының бөтә комплексы ҡулланылған, шул иҫәптән граждандың Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу хоҡуғы сикләнгән. Максим У. улы менән Татарстан йәки Удмуртия биләмәһендә йәшеренә, рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған”, - тип хәбәр иттеләр суд приставтары хеҙмәтендә.
Максим суд приставтары хеҙмәтенә бармаған, оҙаҡ ваҡыт үҙе йәшенә һәм баланы йәшереп тота һәм һуңғы билдәле йәшәү урыны буйынса табылмаған. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы инициативаһы буйынса атай менән улға башҡарма эҙләү иғлан ителгән. Ошо кешенең ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (987) 587 26 16, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Фото: "Башинформ".