Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Май 2024, 05:15

Яҙын сәскә атһа ла сейәнең ниңә емеше булмай?

Нилектән шулай була? Сейәһе булһын өсөн ни эшләргә?

Яҙын сәскә атһа ла сейәнең ниңә емеше булмай?Яҙын сәскә атһа ла сейәнең ниңә емеше булмай?
Яҙын сәскә атһа ла сейәнең ниңә емеше булмай?

Әле сейәнең ап-аҡ сәскәгә төрөнгән сағы. Ни өсөн ул яҙын сәскәгә күмелһә лә сейәһе булмай, тип ҡыҙыҡһына ҡайһы берәүҙәр. Нилектән шулай була? Сейәһе булһын өсөн ни эшләргә?

Белгестәр ике төрлө сәбәбен атай. Беренсеһе сәскәһе өшөгән, шуға сәскә емеш бирмәй. Был осраҡта сейә сәскә атҡан ваҡытта яҡын килеп, лупа аша ҡараһаң, ҡара нөктә күренә. Икенсе осраҡта сейәнең уңышы уның сәскәләренең аталаныуына ныҡ бәйләнгән. Бының өсөн билдәле бер шарттар кәрәк. Ямғырлы, һалҡын, елле көндәр аталандырыусы бөжәктәрҙең осоуына ныҡ ҡамасаулыҡ итә.

Сейә уңыш бирһен өсөн үҙегеҙ ярҙам итә алаһығыҙ. Икенсе бер ерҙән сейә сәскәләре йыйып, уны һыуға һалып, болғатып, үҙегеҙҙең сейә сәскәләре өҫтөнә һибеп сығығыҙ. Уңышығыҙ мул, эшегеҙ уң булһын!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас