Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Май 2024, 15:43

Эремсек һыуы файҙалы

Дарыу эскәнсе, эркет һыуы эс!

Эремсек һыуы файҙалыЭремсек һыуы файҙалы
Эремсек һыуы файҙалы

Дарыу эскәнсе, эркет һыуы эс!

Борондан уҡ эремсек һыуы файҙалы продукт булараҡ билдәле. Ул дезинтерия, эс китеү, ағыуланыу осраҡтарында дауалау ысулы булараҡ ҡулланылған. Хәҙерге заман ғалимдары эркет һыуының яңы файҙалы үҙенсәлектәрен дә асҡан. Баҡтиһәң, ул стресс, невроз кеүек сирҙәрҙе дауалағанда ыңғай һөҙөмтәләр бирә икән. Шулай уҡ эремсек һыуын эсәк микрофлораһын көйләй. Эркет һыуы – аҙ калориллы продукт. Һөт менән сағыштырғанда, эремсектә калориялар өс тапҡырға күберәк. Иммунитетты нығытыу өсөн дә көнөнә бер стакан эркет һыуы эсергә кәрәк. Төрлө диеталарға ултырып, ауырлығын кәметергә тырышыусылар өсөн дә уның файҙаһы ҙур. Асығыу тойғоһон яҡшы баҫа, минераль тоҙҙарға, витаминдарға бай булғанлыҡтан,  диетала ултырғанда организм бик хәлһеҙлек кисермәй, ҡандағы күтәрелгән  шәкәр кимәлен тә төшөрә, сәстәрҙе сайҡатыу өсөн дә файҙалы.

 

 

Фото: sunuc40k.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас