Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу арта бара. Халыҡ һөнәрҙәрен тергеҙеү, уларҙы киләһе быуындарға еткереү өҫтөндә эшләгән ағинәйҙәргә ҡарап һоҡланырлыҡ.
Алайғыр ауылының уңған, ҡул эштәренә оҫта ағинәйе Фәһиә Ишемғолова бала саҡтан тегергә, сигергә, бәйләргә ярата, әле лә яратҡан шөғөлөн ташламаған. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән күңел тыныслығы, дәрт-илһам ала ул.
Дүрт бала – ике улға һәм ике ҡыҙға ғүмер биргән Фәһиә апай Шәрипҡол ауылынан Алайғыр ауылына килен булып төшкән. Район ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусылыҡҡа курс үткәс, Алайғырҙа хеҙмәт юлын һатыусы булып башлай. Артабан фермала һауынсы ла була, баҫыуҙа йәй буйы сөгөлдөр ҙә утай. Тормош иптәше Фәрғәт Зәки улы Ленин колхозында механизатор булып хеҙмәт юлы үткән. Ишемғоловтар туғыҙ ейән-ейәнсәргә яратҡан хәстәрлекле өләсәй һәм олатай.
- Беҙҙең әсәйҙәр сигеүҙең байтаҡ ысулын белгән быуындан. Мәктәп йылдарынан ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныуым бар ине. Алъяпҡыстарға, таҫтамалдарға, мендәр тыштарына һүрәттәрҙе сағыу төҫтәге мулине, ирис ептәре менән ҡайып та, шатрашлап та сигәм. Таҫтамал ситтәренә селтәрҙәр бәйләйем, ҡулъяулыҡ ситен селтәрләп сигәм. Һүрәттәрҙе төрлө журналдарҙан ҡарап эшләйем. Был эштәрем менән төрлө күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашам. Сигелгән мендәрҙәремде, алъяпҡыстарымды яҡындарыма таратып та бирә торғайным. 4-се класта уҡығанда өләсәйемдән сигеү сигер өсөн магазиндан тирәс алдырттым. Ул бит ағас түгел, тимерҙән эшләнгән, оҙаҡҡа барасаҡ, тием. Был тирәсемә инде илле йылдан ашыу тирәһе була. Өләсәйемдең иҫтәлеге итеп йөрөтәм, һаман да ҡулланам. Бынан тыш, эскәмйәгә, диванға йәйер өсөн ҡорама ла ҡора инем. Уның да үҙ нескәлектәре бар. Ҡорама ҡорғанда төҫтәрҙе дөрөҫ һайлау һәм урынлаштырыу мөһим. Хәҙер уның менән булышмайым. Түшелдерек эшләүҙең дә асылын өйрәнеп бөттөм. Түшелдерек эшләү – ифрат мәшәҡәтле, теүәллек талап итә торған ҡул эше. Ул ваҡ, ентекләп эшләй торған эш. Биҙәүестәр, тәңкәләр менән семәрләп эшләйем. Тәңкәләрҙе бабайым тишеп бирә. Ҡалған биҙәүестәрҙе магазиндан һатып алам. Тәүге түшелдерегемде ейәнсәремә бүләк иттем. Ейәнсәрҙәрем әлегә түшелдерек эшләмәйҙәр. Бәлки, үҫә килә милли биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныуҙары артыр. Әлегә улар бисер менән беләҙек, алҡа эшләү менән булышалар. Ҡыҙҙарым да шатрашлап та, ҡайып та сигеү, бәйләм бәйләү менән шөғөлләнәләр, - ти Фәһиә Шакирйән ҡыҙы.
Фәһиә апай “Ағинәйҙәр” ойошмаһына ла йөрөй. Ауыл клубында үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ишемғоловтар һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрай. Фәһиә апай һөтөн айыртып, ҡаймағын, ҡатығын әҙерләп, майын бешеп балаларына күстәнәскә ебәрә. Һәр йыл һайын ҡыштан рассадаһын ултыртып, баҡса тултырып йәшелсә-емешен үҫтерәләр. Фәһиә апай ғүмер буйы бик күп гәзит-журналдар алдырып уҡырға яратҡан. Әле лә “Даирә”, “Йома” гәзиттәренә, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Бәрәкәт” журналдарына ҙур теләк менән яҙыла.
Һөйөү менән эшләгән ҡул эштәре күркәмлеккә әйҙәй, йәшәргә дәрт өҫтәй, күңел күтәренкелеге бирә. Оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, ҡул эштәренә маһирҙар сафы тағы ла тулыланыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.