Ғүмерен ул бейеүҙәргә бағышлаған – 1981 йылдан 2003 йылға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була.
Уның ижады көслө тәьҫирҙәр тыуҙыра: сағыу, төрлө пландағы, тәбиғи яҡтан һәләтле, бейеүҙә ул үҙ образдарының роле менән йәшәй. Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы 1961 йылдың 26 ғинуарында Ҡабаҡ ауылында тыуған. Бәләкәйҙән бейергә ярата. Ата-әсәһе сәнғәт эшмәкәрлегендә ҡатнаша: атаһы Ғәлимйән Шәрифйән улы йырларға, әсәһе Нәфисә Миңлеғәлим ҡыҙы бейергә ярата. Балаларында ла улар сәнғәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр.
- Мәктәптә уҡығанда барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаштым, был эштә миңә уҡытыусым һәм остазым Хәлисә Носратулла ҡыҙы ярҙам итте. Артабан мин районда һәм унан ситтә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша башланым, - тип иҫкә ала Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы.
Урта мәктәпте тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инеү имтихандарын тапшыра. Ләкин, яҙмыш ҡушыуы буйынса, математик булып китмәй. Ике туған апаһы бейеү студияһына һайлап алыу турына барып ҡарарға тәҡдим итә. Бала саҡ хыялы тормошҡа аша һәм Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы конкурсты уңышлы үтеп, Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡаршыһындағы ике йыллыҡ хореография студияһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә ҡабул ителә. Ә 1996 йылда ансамбль “Академия” исемен ала.
Бейеү төркөмө беҙҙең һәм сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай. Беҙҙең героиня ансамбль составында булараҡ “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Кейәү”ҙә кәләш ролендә ҡатнаша. Улар артынан “Бүләк”, “Өс Грация”, “Яҙғы ағым”, “Торналар” спектаклдәре килә.
Һеңлеһе Әлиә Нурғәлиева ла уның юлынан китеп, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы була.
Оҙаҡ йылдар дауамында сәхнәлә Рафаэль Амантаев – уның төп партнеры. Бейеү дуэтының ижади берлеге сәхнәлә яҡты образдарҙы һәм онотолмаҫлыҡ спектаклдәрҙе кәүҙәләндерергә ярҙам итә.
Силәбе дәүләт халыҡ ижады педагогия университетын тамамлағандан һуң Фәниә Амантаеваның хеҙмәт биографияһы Учалы филармонияһында, Ҡырмыҫҡалы Мәҙәниәт һарайында, Өфө балалар филармонияһында дауам итә. Лайыҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы яңы идеялар менән тулы. Ҡырмыҫҡалы ауылының Балалар сәнғәт мәктәбендә хореография класы буйынса педагогик практика алып бара. Ул – асыҡ йөҙлө һәм изге күңелле.
- Һәр кеше һәләтле, уны ваҡытында күрә һәм үҫтерә белергә генә кәрәк, - тип иҫәпләй ул.
Светлана ӘХМӘТЙӘНОВА.