Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Апрель , 19:28

“Тутлы” ямғыр яуһа аптырамағыҙ

Африка шлейфы арҡаһында Рәсәйҙең көньяғында саң бурандары башланды ла инде.

“Тутлы” ямғыр яуһа аптырамағыҙ
“Тутлы” ямғыр яуһа аптырамағыҙ

Африка шлейфы арҡаһында Рәсәйҙең көньяғында саң бурандары башланды ла инде.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда “тутыҡҡан” ямғырҙар яуыуы ихтимал. “Фобос” һауа торошо үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Евгений Тишковец беҙҙең төбәк биләмәһендә ошондай ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренеше булыуы хаҡында иҫкәртә.

Уның һүҙҙәренсә, Ливияла һәм Мысырҙа барлыҡҡа килгән саң бураны Рәсәй яғына хәрәкәт итә. “Африканан килгән шлейф йома көнө үк Волга буйына, ә шәмбе Уралға ла барып етә, шул көндәрҙә ямғырҙар башлана”, – тигән ул “РИА Новости” агентлығына.

Африка шлейфы арҡаһында Рәсәйҙең көньяғында саң бурандары башланды ла инде – Ростов өлкәһендә, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, шулай уҡ Ҡалмыҡстанда, тип өҫтәне белгес.

Алдан хәбәр ителгәнсә, бөгөн Башҡортостанда 22 градусҡаса йылыта.

Фото: "Моя Уфа" телеграм-каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: