Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Апрель 2024, 15:29

Баҡсағыҙ ишелеп уңһын тиһәгеҙ, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы); 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;

Баҡсағыҙ ишелеп уңһын тиһәгеҙ, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!Баҡсағыҙ ишелеп уңһын тиһәгеҙ, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!
Баҡсағыҙ ишелеп уңһын тиһәгеҙ, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы); 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;

Сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;

Помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;

Помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;

Һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);

Еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы;

Йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Күскән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.

Һәм, әлбиттә, ер бил бөккәнде ярата!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас