Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Апрель , 16:05

Биш кеше һәләк булды... Кем ғәйепле?

“КамАЗ” водителе ғәйепле тип табылһа, уға туғыҙ йылға тиклем төрмәлә ултырыу янай. Ә Илфат ғәйепле булһа...    

Биш кеше һәләк булды... Кем ғәйепле?
Биш кеше һәләк булды... Кем ғәйепле?

“КамАЗ” водителе ғәйепле тип табылһа, уға туғыҙ йылға тиклем төрмәлә ултырыу янай. Ә Илфат ғәйепле булһа...

 

Уҙған аҙнала Өфөлә булған ҡурҡыныс авария бер юлы биш кешенең ғүмерен алып китте. Баш ҡалаға ингән урында һыу һиптереүсе “КамАЗ” менән “ВАЗ-2115” машиналары бәрелеште. Аҙнаға яҡын ваҡыт үтһә лә, ул ваҡиға һаман күптәргә тыңғы бирмәй. Был тиклем кеше ғүмере өҙөлгән аварияла кем ғәйепле һуң? “Уфа1” баҫмаһы редакцияһы кешеләрҙең фекерен белешкән.

Асыҡланыуынса, берәүҙәр “КамАЗ” водителен ғәйепләй.

“Ул бик киҫкен маневр яһаны. Был осраҡта бер кем дә бер нәмә эшләп өлгөрмәҫ ине”, – тигән бер ир. “КамАЗ” ситке һул һыҙаттан боролорға тейеш түгелме ни?” - тигән һорау бирә икенсе бер кеше. “Ул маневрының хәүефһеҙ икәненә ышанмаған. Һул көҙгөһөнә ҡарамаған. Иртә ине бит, йоҡоһонан уянып өлгөрмәгәндер”, – тип яҙған өсөнсө уҡыусы.

Аварияла еңел машина водителе Илфатты ғәйепләүселәр ҙә бихисап. Әгәр ул тиҙлек режимын үтәһә, фажиғә булмаҫ ине, тиҙәр. Компания аварияға тиклем бер нисә сәғәт алда спиртлы эсемлектәр эскәс, водитель дә эскән булғандыр тигән фекерҙәләр. Әйткәндәй, әлегә судмедэкспертизаның рәсми һөҙөмтәһе билдәле түгел. Шуға күрә ул ысынлап та эскән булғанмы, юҡмы, бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай.

“Иҫерек булмаһа, нормаль тиҙлек менән килер ине, ваҡытында боролоп өлгөрөр ине. Ә бына ҡалаға инһә, әллә нимәләр эшләүҙәре бар ине”, – тигән бер кеше. “Айыҡ кеше туҡтап өлгөрөр ине. Ҡыумаҫҡа кәрәк ине”, – тигән бер ир.

Һәр хәлдә, рәсми тикшереү бөтмәйенсә һығымта яһауы иртә. Өфө адвокаты Рәмил Ғиззәтуллин әйтеүенсә, видео быйынса ғына күп нәмә әйтеп булмай. Аварияның бөтә шарттарын ентекләп өйрәнергә кәрәк. Әммә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса, водителдәр башҡарған маневрҙарының хәүефһеҙ икәнлегендә ышанырға тейеш.

Әйткәндәй, “КамАЗ” водителе ғәйепле тип табылһа, уға туғыҙ йылға тиклем төрмәлә ултырыу янай. Ә Илфат ғәйепле булһа... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы кире ҡайтарып булмай шул...

Фото: Телеграм.

Автор:Альфия Мингалиева

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: