Даирә
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Апрель , 09:54

Сәсте ҡойолоуҙан шулай туҡтаттым

Уның өсөн ике ингредиент ҡына кәрәк.

Сәсте ҡойолоуҙан шулай туҡтаттым
Сәсте ҡойолоуҙан шулай туҡтаттым

Уның өсөн ике ингредиент ҡына кәрәк.

Сәс күпләп ҡойола башлаһа, тиҙ генә сараһын күрергә кәрәк.  Ябай ғына, һәр кем өй шарттарында эшләй алырлыҡ алым бар.

Беҙгә кәрәк:

өс ҡалаҡ ромашка сәскәһе

өс ҡалаҡ ваҡланған лавр япрағы

100 миллилитр һыу.

Лавр япрағына һәм ромашка сәскәһенә тейешле күләмдә ҡайнар һыу ҡойорға ла өс сәғәт төнәтергә.

Шунан уны һөҙөп алып, сәс төптәренә ышҡырға.

Бынан һуң сәсте йыумайбыҙ.

Сараны аҙнаһына ике-өс тапҡыр ҡулланырға.

Сәс нығынып, йылҡылдап китә.

Сәләмәт булайыҡ!

Фото: Л. Үтәғолова.

Автор:Аклима Гизатуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: