-1 °С
Болотло
Бөгөн Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында фажиғәле хәл теркәлгән.
Һаҡмар йылғаһы буйында Аҡъярҙан ял итергә килгәндәр.
Бер аҙ байрам иткәндән һуң, бер ғаиләнең бер йәшлек балаһы һыуға төшөп ағып киткән.
Йәнтеш ауылы имам-хатибы Ғәле хәҙрәт Ултыраҡов ауылдаштар чатына яҙа, кешеләрҙе тиҙ генә йылға буйына барыуҙы ойоштороп, баланы эҙләйҙәр.
Йылға яҙғы ташҡындан һуң мул һыулы, ағым да бик көслө. Баланы аҫтараҡ, санаторий яғында табалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫән ҡалмаған...
Фото: асыҡ сығанаҡтан.