Был Ҡытайҙа булған хәл (Ҡабатларға ярамай!!!).
Бер ҡатын ябай ауылда ябай бер ҡыҙ бала менән танышҡан. Уныһына 11 генә йәш икән. "Был ҡыҙыҡай минең улым өсөн бик яҡшы ҡатын буласаҡ", - тип уйлаған да, баланың атаһынан ҡыҙын алып китергә һораған. Йәнәһе, бәлиғ йәшкәсә тәрбиәләй ҙә, улына кәләш итеп ала. Тик атай кеше ризалашмаған, әлбиттә. Шул саҡ инде был ҡатын менән улы ҡыҙыҡайҙы урлаған. Бер нисә көн үткәс, енәйәттәре беленгән, үҙҙәре тотолған. Хәҙер "кәләш үҫтереүсе" бурҙарға 2,7 йыл төрмә янай.
Элек Ҡытайҙа уллы ғаиләләрҙең үҫмер ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып, яҡшы кәләш итеп тәрбиәләп үҫтереү йолаһы булған. Тик ул 1950 йылда тыйылған. Барыбер ара-тирә был йолалы иҫкә төшөрөүселәр табыла, ти.