Даирә
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Апрель , 22:11

Ҡоро, эҫе көндәр урмандарҙа янғын хәүефен арттырҙы

Быйыл тәүге урман янғыны Әбйәлил һәм Белорет райондарында теркәлгән    

Ҡоро, эҫе көндәр урмандарҙа янғын хәүефен арттырҙы
Ҡоро, эҫе көндәр урмандарҙа янғын хәүефен арттырҙы

Республикала быйыл тәүге урман янғыны Әбйәлил һәм Белорет райондарында теркәлгән, уттан 1,4 гектар майҙан зыян күргән. Сығанаҡтарҙы таралмаҫ борон һүндереп өлгөргәндәр.

22 апрелдә ҡоро үлән яныуҙың алты осрағы теркәлгән, ә йыл башынан - 83 осраҡ. Йыһан күҙәтеүе системаһы ярҙамында 67 эҫе сығанаҡ теркәлгән, 53-ө раҫланған һәм оператив рәүештә һүндерелгән.

23 апрелгә ҡайһы бер райондарҙа 4 класлы янғын хәүефе көтөлә – Әлшәй, Бүздәк, Мәләүез, Шишмә райондарында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Уға ярашлы, усаҡ яғыу, ҡоро үлән үртәү, ут менән бәйле эштәрҙе башҡарыу тыйыла. Янғынға ҡаршы режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға 10 меңдән 20 мең һумға тиклем штраф һалына.

Һүндерелмәгән бер шырпының ҙур янғынға сәбәпсе булыуы бар, шуға ла ут менән шыярмағыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

 
Автор:
Читайте нас: