Даирә
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Апрель , 22:06

Күршеләрҙә ҡот осҡос ғәрәсәт

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, ул беҙгә табан килә...

Күршеләрҙә ҡот осҡос ғәрәсәт
Күршеләрҙә ҡот осҡос ғәрәсәт

Күрше Татарстандан кискә ҡарай хәүефле хәбәрҙәр килә башланы: республикала дауыл ҡотора. Бер нисә районда емереклектәр бар. Зеленодольскиҙа теннис шары ҙурлығында боҙборсаҡ яуған, көслө ямғыр арҡаһында ҡала урамдарын һыу баҫҡан. Машиналар яртылаш һыу эсендә ҡалған.

Бөй районында дауыл ҡыйыҡтарҙы осорған, ағастарҙы йыҡҡан, кәртә һәм реклама щиттарын алып ташлаған. Әлеге ваҡытта тиҫтәләрсә автомобилдең зыян күргәнлеге билдәле. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, зыян күргән кешеләр юҡ. 

Республика властары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта дауыл Ҡазанға етеп килә. Бында кешеләргә тышҡа сыҡмаҫҡа, мөмкин булһа, йәшенер урын табырға ҡушҡандар. 

Әйткәндәй, бөгөн ҡотҡарыусылар Башҡортостан халҡын да һауа шарттары боҙолоуы тураһында иҫкәртте. Иртәгә йәшен йәшнәүе, ямғыр һәм боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел секундына 15-20 метр тиҙлек менән иҫәсәк. Шулай уҡ эҫенең кәмеүе көтөлә. Беҙгә лә былай ҡурҡыныс дауыл килмәһен инде. 

Фото: телеграм-каналдар. 

 

 
Автор:
Читайте нас: