Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Апрель , 20:43

Газлы һыу һаулыҡ өсөн үтә лә зыянлы

Газлы һыу диабетҡа килтерә

Газлы һыу һаулыҡ өсөн үтә лә зыянлы
Газлы һыу һаулыҡ өсөн үтә лә зыянлы

Газлы һыу диабетҡа килтерә

Беренсенән, һимертә. Телевизорҙан газлы һыуҙы эскән ҡыҙҙар нескә билле, һомғол кәүҙәле итеп күрһәтелә, әммә ысынбарлыҡтың улар менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Газлы һыу ябыҡ, матур кәүҙәле кешене тиҙ арала һимеҙ һәм йәмһеҙ итә. Был һыуҙағы шәкәр кимәленә генә бәйле түгел, ә газлы һыуҙың матдәләр алмашыныуына кире йоғонто яһауынан килә. 0,5 литрлыҡ бәләкәй генә шешәне күҙ алдына килтерегеҙ – унда 20 аш ҡалағы тиерлек шәкәр бар. Ул хатта кешенең бер көнлөк нормаһынан артып китә. Шул тиклем шәкәрҙән һимереү генә түгел, һаулыҡҡа бик ҙур зыян килеүе мөмкин. Икенсенән, газлы һыу диабетҡа килтереүе ихтимал. Эш шунда, инсулин бүлеп сығарыусы ашҡаҙан аҫты биҙе туҡтауһыҙ шәкәр килеп тороуҙан боҙоҡ мотор кеүек насар эшләй башлай. Был организм өсөн ҙур стресс һәм матдәләр алмашыныу ныҡ ҡына боҙола. Һөҙөмтәлә ҡурҡыныс ауырыу – шәкәр диабеты башлана.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: