-6 °С
Ҡар
Бөгөн кис Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәүсе ҡатындан шылтыратыу килә: уның әйтеүенсә, 2022 йылғы балаһы йылға буйында юғала. Шунда уҡ эҙләү эштәре ойошторола. Күпмелер ваҡыт үткәс, баланың кәүҙәһен йылғала табалар... Әлеге ваҡытта оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Сабыйҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бер нисә секундҡа ла!..