“Һеҙ, һеҙ, һеҙ инегеҙ,
Һеҙ бит ике күл инегеҙ.
Йылҡысыҡҡан ярынан сыҡҡан,
Ығышмаһы юҡҡа сыҡҡан... тиергәме икән хәҙер?” – тип һамаҡлай-һамаҡлай видеоға төшөргән был күренеште Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Былтыр күл, сентябрь аҙаҡтарында тулыһынса китеп, бөтөн республика халҡын таң ҡалдырғайны. Аҡһаҡалдар иҫләүенсә, Ығышманың һыуы 1921 һәм 1975 йылғы ҡоролоҡта ла юҡҡа сыҡҡан.
Бер-береһенә яҡын урынлашҡан Йылҡысыҡҡан, Олокүл — карст күлдәре, ҙур карст соҡорҙары. Барыһы ла Шүлгәнташ мәмерйәһенең өҫтөндә урынлашҡан. Ғалимдар һыуҙың китеүен һәр ваҡыт яуын-төшөмдөң етешмәүенә һәм ер аҫты һыуҙарының кәмеүенә бәйләй.
Бөтә һыу аҫты шишмәләре һәм йылғалары Шүлгән ер аҫты йылғаһы менән берләшә һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ерҙә урынлашҡан Зәңгәр күл сығанағында ер өҫтөнә сыға. Быны Ығышманан һыу сыҡҡандан һуң Зәңгәр күлдә ташҡын барлыҡҡа килеүе лә иҫбатлай. Мәмерйәгә ингән ерҙә ҡуйылған ҡорамалдар һыуҙың ҡапыл күтәрелеүен теркәгән.
Ығышма күле Шүлгәнташтан өҫтәрәк, Йылҡысыҡҡан күленән бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул эргәһендәге Йылҡысыҡҡан, Олокүл кеүек, карст күле һанала, йәғни соҡорҙа карст ишелеүҙән барлыҡҡа килгән.
“Шүлгәнташ мәмерйәһенең һынлы сәнғәте” номинацияһы досьеһын төҙөү менән шөғөлләнгән белгес, ғалим Ольга Червяцова әлеге күренешкә ошондай аңлатма бирә:
– Бындай типтағы күлдәр нисек барлыҡҡа килә һәм юҡҡа сыға? Шүлгән йылғаһы бассейнында (башҡа күп кенә карст массивтарындағы кеүек) киң таралған өҫкө карст формаһындағы соҡорҙар бар, улар конус һәм туҫтаҡ формаһындағы тәрән бассейндарға оҡшаған, йыш ҡына текә битләүҙәрҙә урынлашҡан. Бындай соҡорҙар ҡойма ямғырҙарҙан һуң ер аҫты ҡыуышлыҡтары өҫтөндә барлыҡҡа килә һәм ер өҫтө һыуҙарын йотоусы булып тора. Улар тәбиғи дренаж системаһы булараҡ эш итеп, тәрән карст һыуҙарын туҡландыра. Төптәрендә иһә, ғалимдар “понор” тип атаған канал барлыҡҡа килә. Төрлө тәбиғи күренештәр арҡаһында улар ҡайһы саҡ ябыла. Артабан карст ҡыуышлыҡтары менән бәйләнешен юғалта һәм яйлап унда ямғыр һыуҙары тула, “аҫылмалы” күлгә әйләнә. Билдәле шарттар барлыҡҡа килһә, был тығын асыла ла һыу ер аҫтына китә, шуға күрә карст күлдәре өсөн ошо күренеш хас.
Күлдән киткән һыу, ер аҫтында Шүлгән йылғаһы менән ҡушылып, Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ерҙә урынлашҡан Зәңгәр күл сығанағына ҡушылырға тейеш. Ығышма күле, элекке кеүек, мотлаҡ тергеҙеләсәк. Әммә ҡасан икәнлеген теүәл генә әйтеүе ҡыйын. Барыһы ла һауа торошона һәм яуын-төшөмгә бәйле, – ти ғалим.
Фотолар “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Наследие Башкортостана” төркөмөнән алынды.