1. Тор ҙа эшләй башла. Нимә лә булһа эшләһәң , юл үҙенән үҙе асылыр.
2. 7 урынына 40 тапҡыр үлсәп ваҡыт әрәм итмә. Тот та эшләп ҡара. Килеп сыҡһа- шәп, сыҡмаһа эшләп ҡараманым тип әйтмәҫһең.
3. Сәйәхәт ит. Йөрөргә ваҡытың, я аҡсаң ҽтмәсә, эш араһында табиғәт ҡосағында йөрөп кер.
4. Хаталарҙан ҡурҡма. Тик ятҡан кеше генә хаталанмай.
5. Кеше менән ярышма. Башҡаларға эйәрмә, үҙең булып ҡал.
6. Үҙ фҽкерең булһын. Кешене хөрмәт ит, үҙеңсә эшлә. Һинең өсөн башҡалар хәл итмәһен.
7. Аллаһҡа хөрмәтеңде күрһәтмәйҽнсә,уның исемен телгә алма.
8. Кешегә бәйләнмә. Һинән ситләшкәндәр икән - кит. Үҙ баһаңды бел.
💧9. Аҡса тип дөньяңды онотоп сапма. Бай булһаң да, ярлы булһаң да, бөтөнөбөҙ ҙә бер ҽрҙә осрашасаҡбыҙ.
💧10. Иҫеңдә тот, атай-әсәй, балаларҙы, нисек бар шулай яратабыҙ.
💧11. "Юҡ" тип әйтергә өйрән. Кешенең ҽлкәгә йәһәт кенә менеп ҡунаҡлай торған ғәжәп холҡо бар.
💧
12. Рәхмәтлҽ бул.
💧13. Һәр кемдең һүҙенә ЫШАНМА. Тел һөйәкһеҙ. Кеше лә төрлө була. Ҡайһы берәүҙәр үҙ файҙаһына һөйләй. Үҙ күҙҙәрең күргәнгә ышан.
💧14. УЙЛА. Һөйләр алдынан уйла. Күп һөйләгән кеше арыта һәм тиҙ ялҡыта. Юҡ бар һөйләгәнсе, өндәшмәүең яҡшыраҡ.
💧15. Кемгәлер асыуың сыҡһа, ашыҡма.
24 сәғәт көт , шунан яуап бирерһең. Ул арала тормош та үҙгәреп китҽүе ихтимал. Асыу ҙа һүнә.
💧16. Кешегә һалыныу, кешене үҙ мәнфәғәтеңдә ҡулланыу бик насар ғәҙәт. ҮҘ АЛЛЫ БУЛ.
💧17. ИХТИРАМ ит ҮҘЕҢДЕ!
Иҫәндәрҙең ҡәҙерен, үлеләрҙең ҡәберен бел.
💧18. Үҙгәртә алмаған хәлдәр өсөн борсолма. Бар нимә лә беҙҙең ҡулдан килмәй.
💧19. Тәбиғәткә яҡын бул, беҙ табиғәт балаһы.
💧20. Хыялдарың матур һәм яҡты булһын. Хыялға ирешҽу өсөн нимә дә булһа эшләргә кәрәк.
💧21.Ғүмер һәр кемгә бер генә бирелә. Һәләтеңде, таланттарыңны күрһәтеп ҡал.
💧22. Яуаплы булырға өйрән. Әйткәнһең икән - эшлә. Эшләгәнһең икән - яуабын тот.
💧23. Әйткән һүҙҙәреңә, хыялыңа тоғро бул.
💧24.Уйлаған эшеңде бөгөн эшлә. Иртәгә ул иртәгә булып ҡала.
💧25.Һаулыҡ - бик ҙур байлыҡ. Дөрөҫ туҡлан. Спорт менән шөғөллән. Иртә ят, иртә тор.
💧26. Мөләйем, таҙа бул, матур кҽйен, үҙеңде әҙәпле тот. Эскән һәм тартҡан кеше матур түгел инде, уның йөҙөндә нур һүнә.
💧27. ТЫНЫС бул. Әрләшеп йөрөгән кеше янынан фәрештәләр ҡаса.
💧28. ТЫЙНАҠ бул. Тыйнаҡ кеше һөйкөмлө булып күренә,
💧30. Артыҡ ҡурҡыу зыянлы. Курҡаҡ кеше күп нимәнән мәхрум ҡала.
💧31. Күп уҡы. Уҡымышлы кеше теле менән дә, тормошҡа ҡарашы медән дә айырылып тора.
💧32. Бер ҡасан да БИРЕШМӘ.
ҒҮМЕР ике килми. Үҙ юлыңнан алға атла ла атла. Артҡа ҡарама. Ситкә тайпылма.
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ: файҙалы кәңәштәр