Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Апрель , 19:23

Сирле ейән миңә кәрәкмәй!

Ул яратҡан ейәнсәренең үлемендә Зөлфиәне ғәйепләй. Ә малайҙары тыуғас...

Сирле ейән миңә кәрәкмәй!
Сирле ейән миңә кәрәкмәй!

Ул яратҡан ейәнсәренең үлемендә Зөлфиәне ғәйепләй. Ә малайҙары тыуғас...

Күптән түгел яңы фатирға күстек. “Элиталы” тип һаналған йортта шундай уҡ кешеләр йәшәй булып сыҡты. Беҙҙең ҡатта йәшәгән бер күрше менән шунда уҡ уртаҡ тел таптыҡ, ә төпкөрәк фатирҙа йәшәгән өлкән йәштәге һауалы ҡатын менән борсаҡ бешмәне.

Бер көндө фатирҙар алдындағы майҙансыҡта ғауға ҡупты. Шул апай менән йәш ҡатын дыу килеп әрләште, бер-береһенә насар һүҙҙәр әйтте. Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан йәш ир айырмаһа, был хәл һуғышыу менән бөтөр ине. Шулай ҙа тынысландылар. Ә яңыраҡ күршем инеп уларҙың тарихын һөйләп китте.

Апайҙың исемен Фирүзә тип алайыҡ. Тормош иптәше менән икеһе лә ғалимдар икән. Ғүмер буйы ғилми институтта эшләгәндәр. Иренең дәрәжәһе лә, ғилми ҡаҙаныштары ла күберәк булһа ла, Фирүзә апай электән үҙен фән докторы ише тотҡан һәм бөгөн дә башҡаларға өҫтән аҫҡа ҡарап йәшәргә өйрәнгән. Эшләгән осорҙарында бер малайға ғүмер биргәндәр. Айрат та аҡыллы малай булып үҫкән, абруйлы уҡыу йортон тамамлаған, атаһы һөйләшеүе буйынса яҡшы урынға эшкә урынлашҡан.

Шулай түңәрәк кенә йәшәп ятҡан тормоштарына “аждаһа” булып килен килеп ингән. Ауылда үҫкән Зөлфиәне буласаҡ ҡәйнә шунда уҡ үҙ итмәй. Ябай ғына ауыл ғаиләһендә дүртенсе булып тыуған ҡыҙ Өфөлә юғары белем алһа ла, уны Айратына тиң итеп күрмәй. Буласаҡ киленен ул кәмендә эшҡыуар ҡыҙы, йә ғалимә итеп күрә һәм Зөлфиәгә ҡырҡа ҡаршы төшә. 30-ға етеп барған Айрат тәүге тапҡыр әсәһенең һүҙен йыға һәм үҙенсә эшләй: Зөлфиәгә өйләнә. Ҡәйнә бергә йәшәйбеҙ тип шарт ҡуйып маташһа ла, йәштәр уны тыңламай, тәүге көндән айырым сыға.

Әсәһенең һүҙҙәренә ҡарамай Айрат Зөлфиә менән бик матур итеп йәшәп китә. Ҡайһы берҙә ата-әсәһенә ҡунаҡҡа килеп йөрөй. Күп тә тормай Зөлфиә ауырға ҡала һәм ҡыҙ балаға ғүмер бирә. Баланы бөтәһе лә шатланып ҡабул итә. Өләсәй менән олатай ҙа бер бөртөк ейәнсәрен ныҡ ярата, уларҙы йышыраҡ ҡунаҡҡа саҡыра. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда ике йәшлек сабый барыһын да ҡайғыға һалып вафат була. Оҙаҡ ҡына тикшергәндән һуң, уның ниндәйҙер дауалап булмай торған генетик сире булыуы асыҡлана...

Ҡайғынан ни эшләргә белмәгән ата-әсәне ҡәйнә шаңҡыта: ул яратҡан ейәнсәренең үлемендә Зөлфиәне ғәйепләй. Имеш ул балаһын ныҡлап ҡарамаған, тикшертмәгән һәм шуға ул вафат булған. Шулай уҡ уның “ауыл гендары” ҡаланыҡына тура килмәгән һәм сифатһыҙ булған тип яуау һала... Ғаилә яңынан бер нисә йыл йүнләп аралашмай. Киленгә үпкәләп йөрөгән сағында уның йәнә ауырлы булыуы асыҡлана. Ҡәйнә был юлы ла йәштәр менән дуҫлашыу юлын таба. Донъяға ир бала килә. Тағы барыһы ла яҡшы була. Был юлы баланың бөтә органдарын ныҡлап тикшерәләр һәм уның һау булыуын асыҡлайҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, органдар сәләмәтлеге генә етмәй икән шул. Малай үҫә килә уның аҡыл яғынан артта ҡалыуы һиҙелә башлай. Ул һөйләшмәй, башҡа кешеләр менән бәйләнешкә инмәй, үҙ донъяһына йәшенеп кенә йәшәгән бала булып сыға. Алты йәш тулды тигәндә уға ныҡлы диагноз ҡуйыла: малай аутист. Формаһы ауыр.

Быны белеп ҡалған Фирүзә тағы туҙына: барыһында ла килен ғәйепле. Әйтәм теге көндө майҙансыҡта: “Миңә сирле ейән кәрәкмәй” тип ҡысҡырына ине шул. Уныңса, Зөлфиәнең нәҫелендә ниндәйҙер насар сирҙәр бар һәм улар уның ейәндәренә күсә. Ошо фекергә килгән ҡәйнә малайын айырыл тип өгөтләй башлай, ә ейәне менән ҡунаҡҡа килгән килененә “һин һау бала таба алмайһың, беҙҙең нәҫелде бөтөрәһең. Айырыу балаңды ал да, ҡайтып кит, улым яңы ҡатын табып һау бала тыуҙыра ала” тип ҡысҡырған.

Улы әсәһе менән әрләшеп сығып киткән, ҡатыны менән улын яҡлаған. Был сирҙең килеп сығышын аңлатып та ҡараған, тик ул ишетергә лә теләмәй, тиҙәр.

Хәҙер, күршем әйтеүенсә, йортта йәшәгәндәр икегә бүленгән: берәүҙәр “интеллигент” ҡәйнәне яҡлаһа, икенселәр киленде дөрөҫ тип һанай. Ә һеҙҙеңсә нисек, дуҫтар?

Ф.Рәхмәтуллина фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: