-7 °С
Болотло
Ләйсән ямғыры Аллаһы тәғәләнең рәхмәте, бәрәкәт менән һуғарылған.
Ләйсән ямғырын ҡасан йыйырға? 14 апрелдән 14 майға тиклем, тиҙәр. Һыу өсөн тас алып, уны асыҡ урынға ҡуйырға. Бина ҡыйығынан ағып төшкән ямғырҙы йыйырға ярамай.
Апрель ямғырына:
Нисек эсергә? Ете көн рәттән иртән ас ҡарынға ярты стакан эсергә. Кискеһен дә мөмкин. Ямғыр һыуығыҙ күберәк булһа, 1 стакан да мөмкин.
Йәлилетдин Руми (к.с.) һәм башҡа рухи остаздар үҙҙәренең шәкерттәренә ямғыр һыуы йыйып, унда доғалар уҡып, шифа алырға ниәтләп эсергә кәңәш иткән. Һөҙөмтәһе күп быуатлыҡ практикала иҫбатланған һәм тикшерелгән. Был хәҙис түгел, ғалимдарҙың кәңәше.