10 апрелдә, ҙур байрам – Ураҙа ғәйете көнөндә, яратҡан йырсыларыбыҙ Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар әсәй-атай булды. Бер нисә көн элек сабыйҙы өйгә алып ҡайттылар.
Ә уларҙың фанаттарына йондоҙҙарҙың малайҙарына ниндәй исем ҡушыуы ҡыҙыҡ ине. Әлиә социаль селтәрҙәр аша, хәҙрәт исем ҡушҡас, хәбәр итербеҙ, тине. Һәм кисә исем билдәле булды.
Йәш атай-әсәй малайҙарына Әлим (Ғалим) исемен һайлаған.
“Әлим – ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Тәржемә итһәң, ул “бар нәмәне белеүсе”, “белемле”, “ғалим” тигәнде аңлата”, – тип һөйләгән Ришат Төхвәтуллин “Челнинские известия” гәзите журналисына.
Сабыйға һәм уның ата-әсәһенә һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото "Челнинские известия" гәзите төркөмөнән.