Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Апрель 2024, 14:46

Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...

Бигерәк тә быйыл эҫе йәй көтөлә    

Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...
Уттан да, һыуҙан да ҡалмай...

Бигерәк тә быйыл эҫе йәй көтөлә

 

Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, бигерәк тә быйыл эҫе йәй көтөлә. Был турала Башметеоүҙәк белгестәре генә иҫкәртмәй, ә фенологтар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә берҙәй һөйләй.

Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү һәм иҫкәртеү буйынса Комиссия ултырышы тиккә генә үткәрелмәне. Уның сиктәрендә тәбиғәттә сыҡҡан янғындарҙы һәм 2024 йылда янғын миҙгеленә әҙерлек тураһында ла етди һөйләшеү булды.

Республикабыҙҙа ике йөҙгә хәтлем ауылдың урмандағы янғындарға бәйле булыуы тураһында ла әйттеләр. Шуға күрә лә һәр беребеҙҙән уяулыҡ талап ителә. Башҡортостанда янғынға ҡаршы айырым режимды апрель аҙаҡтарында индерергә уйлайҙар.

 

Фото: razrisyika.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас