Даирә
+28 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
15 Апреля 2024, 07:09

Бәпәй ҡайтҡан!

"Беҙ хәҙер өсәү..." - тип яҙған Ришат Төхвәтуллин.    

Бәпәй ҡайтҡан!Бәпәй ҡайтҡан!
Бәпәй ҡайтҡан!

Ришат Төхвәтуллин кәләше Әлиә менән улын өйгә алып ҡайтҡан. Был хаҡта йәш ғаилә үҙҙәренең социаль сәхифәһендә хәбәр итә. Тәүҙә йәш әсә улы менән аталарының килгәнен көткән.

"Беҙҙең барыһы ла яҡшы, улым менән атаһын көтәбеҙ. Кәйефтәр ҙә күтәренке", -тип хәбәр иткән Әлиә.

Бәпәйҙе ҡаршыларға ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, хатта Ришаттың һеңлеһенең ҡыҙы Сәидә лә килгән.

Ришат улын ҡулына алып, "Яратып, тыныс ҡына үҙенә ҡарайһым килә. Бер тауышы ла сыҡмай", -тип шатлығы менән уртаҡлашҡан.

"Беҙ өйгә ҡайтабыҙ, беҙ хәҙер өсәү", тип тә яҙған Ришат Төхвәтуллин.

 Беҙ ҙә йәш ғаиләне улдары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ! Сабый һау-сәләмәт, бәхетле, өлөшлө, иманлы булып үҫһен!
Фото: "Интертат"
Автор:Карима Усманова
 
 
 
 
Бәпәй ҡайтҡан!
Бәпәй ҡайтҡан!
Бәпәй ҡайтҡан!
Автор:
Читайте нас