Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙә Ейәнсура районы ауылы халҡы айыуҙарға бәйле видеояҙмаларҙы күп һала.
Кемеһелер тау башында инә айыуҙың балалары менән ҡарҙа аунап, тау шыуғанын төшөрһә, икенсе видеояҙмала инә айыу ике балаһын эйәртеп йөрөгән бик матур күренеште тота алғандар.
Күрәһең, табыштабандар ҙа ҡышҡы өңөнән сығып, балаларын өйрәтергә, уларҙы тәбиғәт менән таныштырырға алып сыҡҡандыр. Шуға күрә тәбиғәткә ял итергә барыусыларға иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Юлығыҙҙа айыу осрап ҡуймаһын, инә айыу балаларын ҡыҙғанып кешегә ташланыуы бик ихтимал.
Фото: видеонан скриншот.
Видео: "Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура" төркөмөнән.