Илһөйәрлек тойғоһо элек тә булды һәм бөгөн дә актуаль булып ҡала. Махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен илдең ысын патриоттары итеп күрһәтә, олатайҙарыбыҙҙың батырлығын лайыҡлы дауам итә. Уларҙың һәр береһе тыуған илебеҙҙең именлеген тәьмин итеп, Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.
“Откат” ҡушаматлы яҡташыбыҙ 1984 йылдың 19 мартында Яңы Бишауыл ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға ауаз һала. Бала сағы һәм үҫмер йылдары тыныс тормошта ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтә. Иҫке Бәпес урта мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 17-се һөнәрселек училищеһына документтарын тапшыра. Училищены уңышлы тамамлап ташсы-монтажсы һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәренә эйә булып сыға. Уҡып сыҡҡас Тыуған ил алдындағы бурысын үтәр өсөн армия сафына алына. Егет 2002-2004 йылдарҙа Чечен Республикаһында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас Себер яҡтарына эшкә китә. Бер аҙ сит яҡтарҙа эшләп алғас, артабан ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләргә уйлай. 2010 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, өс йыл тирәһе Чечен Республикаһы Рәсәй Хәрби Көстәр командаһында хеҙмәт итә. Һуңынан контрактын тултырып ҡайтҡас, тыныс тормошта тыуған төйәгендә төҙөлөш эштәрендә төрлө объекттар күтәреүҙә тос өлөш индерә. 2022 йылда Украинала махсус хәрби операция башланғас, яҡташыбыҙ күп уйлап тормайынса илебеҙ именлеген һаҡлауға баҫасағы тураһында ҡарар ҡабул итә. Яҡташыбыҙ ошо уҡ йылдың июль айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. “Откат” иңендә хәрби тәжрибә бар, сөнки быға тиклем Чечен һуғышында ҡатнашҡан. Шуға күрә уның был ҡарары аныҡ, уның хәрби оҫталығы ла, физик мөмкинлеге лә етерлек.
Яугир Доставалов батальоны составында гранатометсы булып хеҙмәт итә. Үҙен батыр, ҡаһарман һалдат итеп күрһәткән яугирҙы штурмлау бүлеге командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп миҙалдарға эйә ул. Әйткәндәй, “Откат” “Базука” һәм “Яга” позывнойлы районыбыҙ егеттәре менән бергә хеҙмәт итә. Егеттәр тыуған иленә тоғро булған, тәжрибәле, маҡсатлы кешеләр. Улар үҙ тормоштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшә. Уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн герой.
“Откат” ҡушаматлы яҡташыбыҙ бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, яҡындарына, туғандарына төрлө эштәрҙә ярҙамлашып китә. Ҡыҙғанысҡа, Авдеевка йүнәлешендә барған ҡаты алыштарҙа яраланып, әлеге көндә Мәскәүҙәге Вишневский госпиталендә реабилитация үтә. Яҡташыбыҙға тиҙерәк һауығып, еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.