Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Апрель 2024, 10:51

”Ирем һаман ҡайтманы...”

Кискә тормош иптәшен ҡатыны үҙе эҙләргә сыға.    

”Ирем һаман ҡайтманы...””Ирем һаман ҡайтманы...”
”Ирем һаман ҡайтманы...”

Ҡалтасы районында йәшәгән ҡатын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыратып, 69 йәшлек ире Танып йылғаһына балыҡҡа китеп, һаман ҡайтмауы тураһында хәбәр итә.

Борсолған ҡатын иртәнсәк үҙе ирен эҙләргә сығып китә. Ғәҙәттә, балыҡҡа йөрөгән ерҙәрен тикшергән саҡта, тәүҙә яр буйында әйберҙәрен, һуңғараҡ һыу өҫтөндә үҙен дә таба... Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире үлгән була. Эргә-тирәләге кешеләр тормош иптәшенең кәүҙәһен һыуҙан сығарырға ярҙам итә.

Күрәһең, һәләк булыусы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәмәгән, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. “Төндә балыҡ тоторға бармағыҙ, аҙағы насар бөтөүе ихтимал”, – тип кәңәш бирә ҡотҡарыусылар.

Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Автор:
Читайте нас