+24 °С
Ямғыр
Ҡоймаҡ ҡойоу - күп хужабикәләрҙең яратҡан шөғөлө. Шул иҫәптән беҙ яратып тыңлаған йырсыларҙың да. Бөгөн һеҙгә популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинованың ҡоймаҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Ҡоймак ҡамыры өсөн: 1 йомортҡа, бер пакет кефир, аҙ ғына тоҙ һәм сода, ике ҙур ҡалаҡ шәкәр, бер ҡалаҡ көнбағыш майы кәрәк.
Эш тәртибе: миксер менән яҡшылап туғырға ла аҙлап ҡына он ҡушырға. Шыйыҡ ҡаймаҡ кеүек ҡамыр яһарға.
"Талғын утта ҡоям. Бешерә барам, аҡ май менән майлай барам! Бик тиҙ һәм бик тәмле..." -ти йырсы.
Ә һеҙ ҡоймаҡты нисек ҡояһығыҙ?
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"