Ҡояш юғарыраҡ күтәрелгән һайын, баҡса миҙгеле яҡынлашыуын һиҙәһең. Баҡсасыларҙың мәшәҡәтле мәлдәре бермә-бер арта бара. Яңы Бишауыл ауылынан Эльвира Хәмиҙуллина ла бөтә күңелен һалып баҡса үҫтереүселәрҙең береһе. Ул баҡса миҙгеленә ҡыштан уҡ дәртләнеп әҙерләнә башлай, был осорҙо көтөп ала.
- Әсәйем гөл-сәскәләр ярата ине. Өйөбөҙҙөң һәр бер мөйөшөн матур гөлдәр биҙәне. Уның йәшеллек тыуҙырыуынан өй эсе йәмлерәк, матурыраҡ булып китә ине. Әсәйемдең ҡулы уңған булғанғамы, үҫентеләре бик тиҙ тамырланып үҫеп киткәненә һоҡланып ҡарай инем. Помидор, борос үҫентеләрен кешеләргә лә ихлас таратты, уның йомартлығы миңә лә күскән.
Яңы Бишауыл башланғыс мәктәбендә уҡытҡан ваҡытта август айы етһә район мәғариф бүлеге комиссияһы килеп үҫтергән бүлмә, баҡса гөлдәренә гел призлы урындар биреп күңелде күтәрәләр ине. Бигерәк тә район мәғариф бүлегендә башланғыс кластар инспекторы булып эшләгән Динә Алтынбәковаға рәхмәтлемен. Бик яҡшы кеше ине. Урыны ожмахта булһын.
Йыл һайын күп итеп рассадалар ултыртам. Помидор, борос, баклажан, ҡарбуз, ҡауын үҫентеләрен һәм дә төрлө-төрлө сәскәләрҙе яҙ башынан ултыртып, тәрбиәләп, үҫкәндәрен ҡарап һөйөнөү минең өсөн ҙур шатлыҡ. Иртә яҙҙан йәшел тәмләткестәрҙе баҡсанан өҙөп алып ашайбыҙ.
Ә өй алдым йәй етһә төрлө-төрлө сәскәләр менән күҙҙең яуын ала. Килгән ҡунаҡтарыма, балалаларыма гөлләмәләр яһап таратырға әүәҫмен. Иң яратҡан сәскәләрем георгин, астра, петуния, - ти Эльвира Әшрәф ҡыҙы.
Эльвира Хәмиҙуллина Яңы Бишауыл ауылында тормош иптәше Рәмил Зөлфәр улы менән гөрләтеп донъя көтә. Ике балаға ғүмер, матур тәрбиә биргәндәр. Эльвира Әшрәф ҡыҙы ғүмерен уҡытыусы тигән изге эшкә бағышлаған. Бөгөнгө көндә Иҫке Бәпес мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
Уңған хужабикәнең баҡсаһында йәшелсә-емеше лә йәйрәп ятып уңыш бирә. Эйе, дөрөҫ сәскән, ултыртҡан йәшелсәләрҙән, емеш ағастарынан мул уңыш алыу баҡсасынан уңғанлыҡ ҡына түгел, ә баҡсасылыҡ тураһында белем һәм тәжрибә лә талап итә. Шул ваҡытта ғына мул уңышҡа өлгәшеп була. Шуға күрә ул ерҙең дымлы сағын ваҡытында ҡулланып, кишер, сөгөлдөрөн һәм башҡа йәшелсәһен ултырта һала. Ваҡытында тейешле саралар ҙа күрә. Ҡоротҡостарға ҡаршы ябай рецепт буйынса көл ҡушып әҙерләнгән иретмәләр һибеп уларҙан ҡотолалар. Был эштә уға, әлбиттә, Рәмил ағай оло ярҙамсы. Улар һәр эште бергәләп башҡара. Баҡсалағы йәшелсә-емешеңде тәрбиәләп, ашлап торһаң, ишелеп уңған емештәре менән һөйөндөрөр. Көҙөн инде үҙе үҫтергән баҡса емешенән тәмле ҡайнатмалар, тәмле салаттар әҙерләй уңған хужабикә, помидор-ҡыярын да тоҙлап ҡуя.
Тырыш, эшһөйәр баҡсасыға уңышлы йыл теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.