+28 °С
Болотло
Әремдең файҙаһы һәм зыяны тураһында белмәгән кеше юҡ хәҙер.
Уның төнәтмәһе ҡурылдайҙағы һыҙғырыу булған һәм тыны ҡыҫылып яфаланған кешеләргә лә килешә. Дөрөҫ әҙерләнгән һыуға аяҡты тығып ултырыу ҙа етә.
Әҙерләү.
Өс литр һыуға ике һабаҡ кипкән әремде һалып ҡайнатып сығарабыҙ. Бер сәғәт шул һыуҙа ултыртып торғас, уны тасҡа ҡойоп, аяҡты тығып ултырабыҙ. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға була.
Былай дауаланыу ныҡ йүткергәндә, грипп мәлендә лә ыңғай һөҙөмтә бирә. Әремле боҫто һулау ҙа шифалы.
Сәләмәт булайыҡ!
В. Рәхмәтова фотоһы.