Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Апрель 2024, 17:48

Ошо ихлас, позитив фотолағы бабай вафат булған икән...

Бының турала БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова хәбәр итә. Сайтты ҡарағыҙ әле

Ошо ихлас, позитив фотолағы бабай вафат булған икән...Ошо ихлас, позитив фотолағы бабай вафат булған икән...
Ошо ихлас, позитив фотолағы бабай вафат булған икән...

Бының турала БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова хәбәр итә. Сайтты ҡарағыҙ әле

"... Изге ураҙа айының оло йомаһында Әбйәлил районы Хәлил ауылының иң оло кешеһе, беҙҙең яратҡан олатайыбыҙ Нурийән Абдразаҡов баҡыйлыҡҡа күсте. Йор һүҙле, оло йөрәкле, изге күңелле кеше ине ул, Ишбикә өләсәй менән ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе булдылар, шәп балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Аҫтағы ошо фотоны 2013 йылда Нурийән олатайҙың 80 йәшен һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгәндә Ильдар Байбулатов төшөргәйне. Һуңынан ул фото интернет киңлектәрендә ныҡ таралып, популяр булып китте. Тап шул фотола Нурийән олатайҙың бар булмышы сағыла ла инде. Шаян, эскерһеҙ, алсаҡ, ихлас! Беҙҙең хәтерҙә лә ул шундай булып ҡаласаҡ. Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла!" - тигән ул. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас